Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
25 Декабрь 2024, 11:50

Ветеран 101 йәшен тултырҙы

Сибай ҡалаһында йәшәүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бөгөн 101 йәш тулды. Оло йәштәге Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева Бөйөк Еңеүҙең 80-се йыллығын ҡаршыларға йыйына.  

Ветеран 101 йәшен тултырҙы
Ветеран 101 йәшен тултырҙы

Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева 1923 йылда Баймаҡ районында тыуған. 19 йәшендә 1942 йылдың 6 майында фронтҡа алына. Ул Ульяновск өлкәһендә радистар, телеграфсылар, авиамеханиктар мәктәбен үтә. Көньяҡ-кѳнбайыш, 1-се Украина, 4-се Украина фронттарында була.

Сәмиғә Рыҫмѳхәмәт ҡыҙы ил именлеге өсөн штурм авиацияһы полкы сафында көрәшкән. Авиамеханик булып хеҙмәт итә, парашюттар йыя, самолеттарҙы осоуға әҙерләй.

-Иң сағыу хәтирә – Чехословакияла Еңеү көнөн ҡаршылау булды, - ти ул.

Һуғыштан һуң Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй, шахтала, тимер юл тармағында, төҙөлөштә лә тир түгә.

"Сибайға ғаиләһе менән 1957 йылда күсеп килә һәм тырыш хеҙмәте менән йәш таусылар ҡалаһы үҫешенә тос өлөш индерә. 101 йәшен ветеран яҡшы кәйефтә, үҙ аңында ҡаршылай. Донъяла барған хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Сәмиға Рысбаеваның яуҙа күрһәткән батырлығы II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, "Германияны еңгән өсөн", "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" юбилей миҙалдары менән баһаланған".

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: