Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
16 Март 2023, 08:45

Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүмә булды

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Никитична Неретина вафат булды. Һуғыш мәхшәрен үҙ иңендә татыған оло йәштәге фронтовикка 10 майҙа 101 йәш булыр ине. --100 йәштә лә әсәйем оҫта итеп укол һалды. 97 йәшенә ҡәҙәр бер үҙе йәшәне, -ти Александр Неретин, әсәһе хаҡында иҫләп.

Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүмә булды
Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүмә булды

Ольга Никитична Неретинаны һуңғы ике йылдарҙа улы Александр Леонидович ҡараны. Ул ғүмере буйы Белорет ҡалаһында тимер юл идаралығында тәьминәтсе булып эшләгән. Ғаиләһе, балалары, ейәндәре янына ҡунаҡҡа йыш бара.

--100 йәштә лә әсәйем оҫта итеп укол һалды. 97 йәшенә ҡәҙәр бер үҙе йәшәне, -ти Александр Неретин.

Ольга Никитична 19 йәшендә генә һуғыш ғәрәсәтенә барып ингән. Төнъяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Новомихайловка ҡасабаһында тыуған. 1932 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозына күсеп килгән. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡта бер йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын бөткән. Ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән.

1942 йылдың майында Баймаҡ хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алынған.

Шәфҡәт туташтары булараҡ һуғышҡа алынған ҡыҙҙарҙы ат менән Баймаҡтан Өфөгә ебәрәләр. Унан 33-сө санитар поезға ултыртып яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтергә оҙаталар. Уларҙың поезы илебеҙҙең төрлө ауыл һәм ҡалаларынан үтеп, урмандарҙа, башҡа шикле ерҙәрҙә йәшенеп ятҡан медицина ярҙамына мохтаж аяҡ-ҡулһыҙ, имгәнгән ир-егеттәрҙе йыя. Яҡындарына хат яҙып ҡәҙерле кешеләренең иҫән булыуын да белгертәләр. 33-сө санитар поезд бер ваҡытта ла бер урында тормай. Ул туҡтауһыҙ елә һәм яралыларҙы йыя, дауалай, терелтә, бәғзеләрен кире фронтҡа ебәрә, сәләмәтлектәре ныҡ ҡаҡашағандарҙы өйҙәренә ҡайтара.

Ольга Никитична һуғыштан һуң да еңел булмаған, әммә изге һөнәренә тоғро ҡалған. “Йылайыр” совхозы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүен дауам иткән. 1959 йылда үҙе кеүек фронтовик Леонид Самсонович Неретинға кейәүгә сыға һәм ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, икеһенә лә белем алырға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Өлкән улы Владимирға 72 йәш, ул Магнитогорскийҙа төпләнгән.

Санитар поездың шәфҡәт туташы Ольга Неретинаның яу яланында күрһәткән намыҫлы хеҙмәте “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби хеҙмәт өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән баһаланған.

Мәрхүмәнең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүмә булды
Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүмә булды
Автор:Гульдар Кадаева