Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә, ЛХР-ҙа һәм ДХР-ҙа хәрби хәл индереләсәк. Унда территориаль оборона штабы булдырыла.
Рәсәй Федерацияһының сик буйы төбәктәрендә "уртаса әҙерлек кимәле" индерелә. Улар араһында: Ҡырым, Севастополь, Краснодар крайы, Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Ростов өлкәләре.
Уртаса әҙерлек кимәле нимәне аңлата? Махсус сығыу һәм инеү режимы булдырыла, транспорт сараларын тикшереү һәм хәрәкәтте сикләү, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм стратегик предприятиелар өҫтөнән контроль көсәйтелә.
Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округ райондарында, сик буйы төбәктәренән тыш, «юғары әҙерлек» режимы индерелә. Башҡа төбәктәрҙә «база әҙерлеге».
Мобилизацияланған хәрбиҙәрзең айлыҡ эш хаҡы кәмендә 195 мең һум тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙең ДХР, ЛХР, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индереүгә бәйле сикте ябыу планлаштырылмай — Кремль.