Мәскәүҙә Еңеү парады башланған мәлдә Сибай ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында ла шәхсән парадтар үтте. Ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге коллективы иң беренсе булып Иван Григорьевич Огневты тәбрикләне. Фронтовик янынан Руслан Сәфиуллин етәкселегендәге локаль һуғыштар ветерандары, йәштәр сафы теҙелеп үтте. Һәүәҫкәр артистар концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
--Шәхсән парад өсөн етәкселәргә ҙур рәхмәт!—тине Иван Григорьевич, ҡыуанып.
Ветеранды үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡотланы. Китапханасылар ҡәләм тирбәлткән ветеранды яратып беҙҙең ҡартатай тип атай.
Артабан парад Йәғәфәр Ғүмәр улы Ғәббәсов йәшәгән шәхси йорт алдына күсте. Ветеранды ҡотларға балалары, туғандары килгән. Күршеләре лә был саранан ситтә ҡалманы.
Һуғыш ҡатын-ҡыҙ затынан булмаһа ла ир-егеттәр менән бергә гүзәл заттар ҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан. Шуларҙың береһе Лидия Георгиевна Карманова. 93 йәшлек ветеранға урамға сығыуы еңел түгел, шуға ла ул йорт ихатаһында барған тамашаны балкон аша ғына күҙәтте.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өсөһөнә лә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары телефон бүләк итте. Телефон элемтәләре ғүмерҙәренең ахырынаса бушлай хеҙмәтләндерелә.