Бөтә яңылыҡтар

«Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй»

1945 йылда 3 тапҡыр яраланғандарҙы демобилизациялағас ҡына Ғариф Аралбаев тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Уны Торомтаев Дәүләтбирҙе ағай Аҡъярҙан ауылына машинаһына ултыртып алып ҡайта.Тик уның ҙур Еңеү менән ҡайтыуына иң ғәзиз кешеләре--һөйөклө әсәйе,ҡартатайы,ҡәртәсәйе был донънан мәңгелеккә киткән була. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡәһәрле һуғышты үҙ иңендә татыған һалдат күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй.

Ошондай яҙыу минең ҡартатайымдың өйө тышына Ҡыҙыл Йондоҙ менән беркетеп ҡуйылған ине. Мәктәпкә барған,ҡайтҡан һайын ошо яҙыуҙы ғорурлыҡ менән уҡып үттем.

Бөйөк Ватан һуғышы йәйге гүзәл таң атҡанда, бөтә ауыл, ҡалаларҙа, әсәйҙәренең йылы ҡуйынында сабыйҙар иҙрәп йоҡлағанда, немец илбаҫарҙары беҙҙең сикте боҙоп, ауыдарыбыҙҙы,ҡалаларыбыҙҙы үлем утына тотҡан. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған ҡәһәрле һуғыш. Дәһшәтле һуғышта еңгән минең ҡартатайым.

Ҡартатайым Ғариф Уйылдан улы Аралбаев--Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1924 йылдың 5 сентябрендә Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ҙур Арыҫланғол ауылында тыуған. 12 йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡалған. Күрше Әбеш ауылында 5-се класты ғына тамамлап өлгөрә. Артабан уҡыуҙы дауам итергә теләге ҙур булһа ла, был теләген тормошҡа ашырыу форсаты булмай. Әсәһенә ярҙам итеү, ҡартатайы менән ҡартәсәйен, һеңлеһе менән ҡустыһын ҡарашыу уның иңенә төшә. 13 кенә йәшендә колхозда ат ҡараусы булып эшләй башлай.

Советтар Союзына Германия фашистары һөжүм иткәс, ир-азаматтарҙы яу яланына оҙата башлайҙар.Ҡартатайым да Ҡыҙыл Армия сафына алына.1942 йылдың 5 сентябрендә уны, ауылдашы Фәттәх Искәнйәров менән хәрби хеҙмәткә алалар.Тәүҙә улар Өфө ҡалаһында 15-се уҡыу полкында хәрби әҙерлек үтә. Өфө ҡалаһында кесе сержант званиеһын алғандан һуң, яу яланына оҙатылалар.

Ғариф Уйылдан улы Аралбаев яу юлын 1-се Украина фронтында, Суми ҡалаһы янындағы ҡаты яуҙа 128-се уҡсылар полкы отделениеһының командиры вазифаһында башлай. Ошо һуғышта ул ҡаты яралана.Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауылдашы Фәттәхте юғалта.

Яралары уңалғандан һуң ул 881-се уҡсылар полкының отделение командиры итеп тағы ла һуғышҡа ебәрелә. Хәрби заданиелар үтәгәндә ул тағы ла яралана. Һауыҡҡас хәрби хеҙмәтен 689-сы танкка ҡаршы ҡорал полкында дауам итә.

--Беҙ Киев ҡалаһын фашистарҙан азат итеп, Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ҙур юғалтыуҙар кисерҙек,--тип хәтерләй торғайны ҡартатайым. Дошмандар Днепр ярына тиклем артҡа сигенде. Беҙгә таңға тиклем дошманды ҡыуып Днепр ярының аръяғына сығырға бойороҡ бирҙеләр. Фашистар булған күперҙәрҙе яндырып, ватып артҡа сигенеүен белде. Беҙгә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңынан күперҙәрҙе тергеҙеп теге ярға сығырға тура килде. Йылғаның теге ярында артҡа сигенергә уйламаған, ныҡлы әҙерлек менән фашистар көтә ине. Ул төндә ҡараңғылыҡты ярып осҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ракеталарға, йылға эсендә шартлаған снарядтарға, миналарға ҡарамаҫтан, беҙ алға ынтылдыҡ. Беҙҙең алда ҙур, бейек һыу урғылыуҙары торҙо. Отряд яңы ғына яһалған күперҙән танкыларҙы, снарядтарҙы, һуғыш ҡоралдарын сығара башланы, кемдер кәмәлә, кемдәрҙер һал менән ҡаршы ярға ынтылды. Бөйөк Днепр йылғаһы ҡыҙыл төҫкә әйләнде, йылға яры мәйеттәр менән тулды...Теге ярға сығыу менән беҙҙең һалдаттар дошманға ҡаршы алыша башланы, дошмандарҙың окоптарына һөжүм иттек. Һәр бер аҙым өсөн шул тиклем ҙур көс түгергә, ыҙалауҙар, яфалауҙар аша үтергә тура килде. Ҙур юғалтыуҙарҙан һуң дошмандар артҡа сигенергә мәжбүр булды. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҙур юғалтыуҙар аша Днепр ярҙары плацдармдарын яуланы.

Беҙ яр буйына танктарҙы теҙеп ҡуйыуға дошман тағы ла һөжүмен башланы. Немецтар артҡа сигә башлаһаларҙа, һөжүм итеүҙәрен дауам итте.Тағы ла дәһшәтле алыш башланды. Бер туҡтауһыҙ шартлаған снарядтар, бер-бер артлы йығылған ағастар, ут эсендә ҡалған танктар бөгөн дә күҙ алдымда тора. Ошо мәлдә беҙҙең отрядҡа тағы бер отряд килеп ҡушылды, дошмандар артҡа сикте...

Был яуҙа минең ҡартатайым өсөнсөгә яралана. Госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң, ул артеллерия полкында артабан яу юлын дауам итә.

...Бер ваҡыт беҙҙе тревога менән уяттылар, эргәләге ҡарағай урманын тикшереп сығырға бойороҡ алдыҡ. Урманды йәйәү тикшереп, ҡарап йөрөгәндә беҙ яуҙашым менән отрядтан бер аҙыраҡ артта тороп ҡалғанбыҙ. Шулай йөрөп ятһаҡ, ҡаршыбыҙҙа ҙур балсыҡ өйөмө ята. Балсыҡ өйөмөн ҡутара башлағас, таҡталар,матурлап һалынған бүрәнәләр килеп сыҡты. Бында немецтарҙың землянкаһы урынлашҡан булған икән. Уны шул тиклем оҫта йәшереп эшләгәндәр, йәш шыршылар ултыртылған ерҙә немецтар йәшенгән тип уйламаҫһың да. Землянканың ишеген асып ебәрһәк унда йонсоған, асығып хәлдәре бөткән ете кешене таптыҡ. Улар беҙҙең плендан ҡасҡан фашистар булып сыҡты. Улар беҙгә бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәне, беҙ уларҙы икәүләшеп конвой аҫтында отрядҡа алып килдек. Был хәлдән һуң ҡартатайымды яуҙашы менән Хәрби Дан ордены менән наградлауға тәҡдим итәләр. Тик ошо ваҡытта уларҙы икенсе ергә күсерәләр. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уларға был награданы алырға яҙмай. Тик ҡартатайым орден өсөн һуғышмай, ул Тыуған илен дошмандарҙан азат итеү өсөн батырлыҡтар күрһәтә.

Ҡартатайым Украинаны, Польшаны, Белоруссияны, Латвия һәм Литваны дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Прибалтик фронт составында ул Германия сиген үтә. Шул саҡ ҡына немецтар ҡоралдарын һала, ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, дәһшәтле һуғыш дүрт йылдан һуң беҙҙең еңеү менән тамамланды. Беҙҙә патриотик рух ныҡ көслө ине. Ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙе йәлләмәй еңеүгә ынтылдыҡ. Бөйөк Еңеү көнөн ҡартатайым Германияның Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡартатайым«Германияны алған өсөн», «Батырлыҡ өсөн » миҙалдары менән наградлана. 1945 йылда 3 тапҡыр яраланғандарҙы демобилизациялағас ҡына ҡартатайым тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ғариф Аралбаевты Аҡъярҙан Торомтаев Мәүләмбирҙе тигән кеше ауылына атына ултыртып төндә алып ҡайта.

Тик уның ҙур Еңеү менән ҡайтыуына иң ғәзиз кешеләре--һөйөклө әсәйе,ҡартатайы,ҡәртәсәйе был донънан мәңгелеккә киткән була. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡәһәрле һуғышты үҙ иңендә татыған ҡартатайым күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Һуғыштан ҡайтыуына 3 көн тигәндә Ғариф Уйылдан улы колхоз бригадиры булып эш башлай. Һуғыш ваҡытында бөлгөнлөккә төшкән колхозды яңынан тергеҙеү уның иңенә төшә.Ҡайҙа барып төртөлмә ир ҡулы,ир-ат көсө кәрәк була. Колхоздың төп көсө балаларҙа,ҡатын-ҡыҙҙарҙа була.

--Һуғыштан һуңғы ауыр мәлдәр булһа ла,халыҡта йәшәү дәрте урғылып торҙо. Һәр кем иртәгәге көнгә ҙур ышаныс менән эшкә килә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр хөкүмәткә ауыл хужалығы продукцияһын тапшырыр өсөн көсөн йәлләмәй ең һыҙғанып эшләне,--тип һөйләй торғайны.

Шулай колхозда эшләп йөрөгәндә ҡартатайым 1946 йылдың ғинуар айында яратҡан ҡыҙына Хәкимәгә өйләнә. Фәйрүзә һеңлеһе менән Язар ҡустыһын аяҡҡа баҫтыра.

Ҡартатайым Ғариф Уйылдан улы колхозда оҙаҡ йылдар бригадир, Һаҡмар колхозы фермаһында мөдир булып эшләгәндән һуң хеҙмәт юлын хаҡлы ялға тиклем Үҫәргән урман хужалығы ҡурсаулығында урмансы булып эшләүен дауам итте. Ҡартатайымдың хеҙмәт кенәгәһендә күренеүенсә, ул хеҙмәт стажын 50 йылға тултырып хаҡлы ялға сыҡты.

Тыныс тормошта күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтары өсөн хеҙмәт ветераны булып танылды. Ҡәртәсәйем Хәкимә Әҙәһәм ҡыҙы менән 4 ул, 2 ҡыҙ үҫтереп, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙылар. Хәҙерге көндә ҡартатайымдың 20 ейәне, 40-ҡа яҡын бүлә-бүләсәһе бар.

1996 йылда ҡартатайым менән ҡәртәсәйемдең иңгә-иң тотоношоп бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулды. Тик бер йылдан ҡаты сирләп ҡәртәсәйем үлеп ҡалды. Ҡартатайым яҡын кешеһен юғалтыуға бирешмәне, беҙгә терәк, таяныс булып йәшәй бирҙе. Уның шул тиклем дә рухлы, көслө рухлы булыуы таң ҡалдыра торғайны. Ул 80 йәшенә тиклем ат ҡараны, ҡош-ҡорт үрсетте, умартасылыҡ менән шөғөлләнде, баҡса үҫтерҙе.

Ҡәҙерле кешебеҙгә Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын күреү бәхете тейҙе. Ул һәр ваҡыт беҙ күргәнде балалар күрмәһен, ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын!--тип теләй торғайны.

Ҡартатайым 82 йәшендә 2005 йылдың 1 сентябрендә вафат булды. 4 йылға яҡын көн, төн алышып, тарихта булмаған батырлыҡтар күрһәтеүсе батырҙар үлмәй, улар һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә ҡала. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Әле лә ҡәҙерлем йәшәгән йорт янынан үткәндә ғорурлыҡ менән “Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй”,--тип ҡабатлап үтәм.

Фидәлиә Кинйәкәйева.

Читайте нас: