АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Алғы һыҙыҡтағы аҡ халатлыларға бағышлана

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов Йылайыр үҙәк дауаханаһының “Хәтер” аллеяһына ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов Йылайыр үҙәк дауаханаһының “Хәтер” аллеяһына ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Учреждение биләмәһендәге был үҙенсәлекле урын “Экология” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан медицина хеҙмәте ветерандарына арналған.

--Ағас янына һәр хеҙмәткәрҙең фотоһүрәте беркетелгән. Ошо рәүешле фронтта булыусы аҡ халатлылырға дан йырлана,--ти Борис Николаевич.—“Хәтер” аллеяһына ағас ултыртыу мөмкинлеге тыуҙырған, йәш үҫентеләр бүлгән Йылайыр һәм Хәйбулла урман хужалыҡтары эшселәренә ҙур рәхмәт. Урманлы төбәктә йәшәүселәр ағас ҡәҙерен белә.

#нацпроекты#миллипроекттар