Аҫылбаев Ҡазихан Суфыян улы Баймаҡ районының Абҙаҡ ауылында 1915 йылдың сентябрь айында тыуған. 1929-1934 йылдарҙа Темәс, Ырымбур педтехникумдарында уҡып, уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләгән. 1936 йылда армия сафына алынып взводтың кесе командиры, политрук булып хеҙмәт иткән. Армиянан һуң 1938 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы Йолалы мәктәбе директоры булып эшләгән. 1941 йылдың август айында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Өфөлә урынлашҡан 17- се запастағы уҡсылар бригадаһының 30-сы полкының 45-се артбатареяһында взвод командиры булып хеҙмәт иткән. Ул был дәрәжәлә үҙен һалдаттар яҡшы мөғәмәллә итә белеүен, дисциплиналы, үҙенә һәм һалдаттарға талапсан, сәйәси яҡтан белемле, идеологик яҡтан тотороҡло, мораль яҡтан ныҡ командиры итеп күрһәтә һәм уға кесе лейтенант званиеһе бирелә.
1942 йылдың февраль айында Ҡазихан Суфыян улы үҙ теләге менән Дим станцияһында туплана башлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡушылған. Ул дивизия батареяһының взвод командиры итеп билдәләнә. 1942 йылдың апрель айында фронтҡа китә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Батырлыҡ өсөн"миҙалы менән наградланған.
Ҡазихан Суфыян улы 1943 йылдың 11 февраль айында Ворошилов өлкәһендә Петровка ауылы эргәһендә барған алыштарҙа ҡаты яраланған һәм госпиталдә йән биргән.