Бөйөк Еңеү байрамында йәнен-тәнен аямай һуғышта ҡатнашыусыларға дан йырлайбыҙ. Әммә уларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Хәйбулла районының Бүребай ауылында, мәҫәлән, бөгөнгө көндә бер генә фронтовик иҫән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Петрович Шевченко 2007 йылда төбәктә ветерандарға тәғәйенләнгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алған. Ҡыҙғанысҡа күрә, ветеран ул ваҡытта сертификат аҡсаһына һатып алырға бөтә уңайлыҡтары булған фатир таба алмаған. Рәсәй Федерацияһы Законына, “Торлаҡ” милли проектына ярашлы, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына бирелә. Ҡыш көнө предприятиеның генераль директоры Р.Б.Аблаев бөтә ғүмерен Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына бағышлаған фронтовиктың хәлен белешә барғанда уны санузел, йылы һыу үткән фатирға күсерергә вәғәҙә итә. Ир һүҙе бер була: кисә, 8 майҙа Николай Петрович Шевченкоға капиталь ремонт уҙғарылған, яңы мебель менән йыһазландырылған, һыуытҡыс, автомат кер йыуыу машинаһы, һауыт-һаба, ҡаралты булған фатирҙың асҡысы тапшырылды. Ҡарт һалдат Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бирелгән бүләккә ифрат шат.
#нацпроекты#миллипроекттар