Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәргә дан!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән көндө Сибай ҡалаһы хакимиәте Башлығы Р.Ә.Афзалов, предприятие, учреждение етәкселәре ҡаланың иҫтәлекле урындары—“Мәңгелек ут” мемориалына, Советтар Союзы Геройҙары Ф.Белов, А.Матросов бюстарына, 1812 йылғы Беренсе Ватан һығышы хәрбиҙәренә арналған һәйкәлгә, обелисктарға сәскәләр һалды.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән көндө Сибай ҡалаһы хакимиәте Башлығы Р.Ә.Афзалов, предприятие, учреждение етәкселәре ҡаланың иҫтәлекле урындары—“Мәңгелек ут” мемориалына, Советтар Союзы Геройҙары Ф.Белов, А.Матросов бюстарына, 1812 йылғы Беренсе Ватан һығышы хәрбиҙәренә арналған һәйкәлгә, обелисктарға сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусылар яуҙа ғәзиз баштарын һалған һалдаттары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

--Бөйөк Еңеү көнө менән, ҡалалаштар! Иң мөһим байрамыбыҙ менән! Еңеү килтергән май беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәһен!--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, сибайҙарҙы байрам менән ҡотлап.