Бөтә яңылыҡтар

Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын уны ла Тыуған ил

Рәхимйән Уйылдан улын ауылдаштары ғына түгел, райондаштары оҫта ҡурайсы тип белә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа киткән. Алыҫ Көнсығыш сиген һаҡлаған. Хәрби хәрәкәттәрҙә,Ҡытайҙы, Кореяны азат итеүҙә ҡатнашҡан.

“Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын уны ла Тыуған ил”,-- тип, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәхимйән Уйылдан улы Асылбаевтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре Сибайҙа ойошторолған барлыҡ интернет-конкурстарҙа ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы.

Рәхимйән Уйылдан улы Баймаҡ районының Абҙаҡ ауылында 1918 йылда тыуған. Ғәҙелша ауылы мәктәбендә белем алған. Колхоз төҙөлгәс төрлө эштәрҙә эшләгән. Бәләкәйҙән ҡурай уйнарға өйрәнгән, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып оҫтарған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа киткән. Алыҫ Көнсығыш сиген һаҡлаған. Хәрби хәрәкәттәрҙә,Ҡытайҙы, Кореяны азат итеүҙә ҡатнашҡан.Тыуған ауылына ҡайтҡас колхоз рәйесе, почта хеҙмәткәре булып эшләгән.Ҡатыны Шәрифьямал менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ауылдың әүҙемсеһе булды, өмәләр ойошорҙо, мохтаждарға ярҙам итте. Ҡурайҙа оҫта уйнаны, төрлө район конкурстарында, концерттарҙа, “Хазина” телевизион тапшырыуында ла ҡатнашҡан. Ветерандың түшен II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, юбилей миҙалдары биҙәне. Рәхимйән Уйылдан улы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.

Гүзәл Танһыҡҡужина.

Читайте нас: