Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотланы.

Хөрмәтле ветерандар!

Һеҙҙе ихлас йөрәктән илебеҙ тарихындағы иҫтәлекле ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлайым!

9 май – ул дан һәм батырлыҡ, күп милләтле халыҡтың был ауыр йылдарҙағы түҙемлеге һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйеү, мәңгелек хәтер һәм еңеүселәргә сикһеҙ рәхмәт белдереү көнө. Был көн һеҙҙең тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәрткән, хеҙҙең хеҙмәтегеҙ Тыуған илебеҙ өсөн сикһеҙ илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ бүләк иткән.

Был көндө беҙ яуға оҙатылғандар һәм фиҙакәр хеҙмәте менән тылда хеҙмәт итеүселәр - Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың барыһын да хөрмәтләйбеҙ.

Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм ныҡлығығыҙ арҡаһында бөгөнгө быуын тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәй. Һеҙ әле лә йәштәр өсөн өлгө булып сафта ҡалаһығыҙ. Ихтыяр көсөгөҙ һәм эскерһеҙ илһөйәрлегегеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ.

Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам белдерәм.

Барығыҙға ла ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иң изге теләктәр еткерәм! Оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө теләйем!

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.