Бөтә яңылыҡтар

Концлагерҙа тыуған

Әсәһе, апайы, өс ағаһы унда ҡот осҡос шарттарҙа ҡол булып көн иткән. Емерелгән Белоруссия, ҡыҙыл армеецтарҙың уларҙы азат итеүҙәре, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар хаҡында илай-илай һөйләй ҡатын.

Екатерина Степановна Усик Бөйөк Еңеү көнөн иң яҡын, ҡәҙерле байрам, үҙенең икенсе тыуған көнө тип атай. Ул 1944 йылда Пренцлау янындағы фашистар лагерында тыуған. Ғаиләһен сабый тыуыр алдынан шунда ҡыуып алып барғандар. Әсәһе, апайы, өс ағаһы унда ҡот осҡос шарттарҙа ҡол булып көн иткән. Емерелгән Белоруссия, ҡыҙыл армеецтарҙың уларҙы азат итеүҙәре, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар хаҡында илай-илай һөйләй ҡатын.

Һуғыш михнәттәре артта ҡалған. Уның фажиғәһе лә, шатлыҡлы мәлдәре күңелдәргә мәңгелеккә уйылған. Бәхеткә күрә, ғаиләләре ҡәһәрле һуғыш һынауҙарын имен, иҫән йырып сыҡҡан, туғандары бөтәһе лә уҡып, белем, һөнәр алып ныҡлы аяҡҡа баҫҡан. Екатерина Степановна йүнәлтмә буйынса Сибайға эшкә килгән. Оҙаҡ йылдар ҡаланың тегеү фабрикаһында хеҙмәт иткән. Ҡатын ғәзиз кешеләренең фотоларын, хаттарын, документтарын оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп һаҡлай.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәре һуғыш осоро балаһы булған оло кешенең фатирына ремонт эшләгән. Екатерина Степановнаға ныҡлы һаулыҡ, яңыртылған фатирҙа тағы ла оҙаҡ йәшеүен теләйбеҙ!