Бөтә яңылыҡтар

Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал!

Баймаҡ оҫталары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан күп ҡатлы йорттарҙың береһенә арҙаҡлы генерал-майор, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың һүрәтен төшөргән.

Баймаҡ оҫталары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан күп ҡатлы йорттарҙың береһенә арҙаҡлы генерал-майор, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың һүрәтен төшөргән. Афарин! Шайморатов генерал әйҙәгән атлы дивизия составында Баймаҡ яугирҙәре бик күп батырлыҡтар күрһәткән. Миңлеғәле Шайморатов һүрәтен күргән һәр кеше ата-бабаларын иҫкә ала, уларҙың батырлыҡтары алдында баш эйә.

Ат уйнатып алдан бара,

Шайморатов генерал! – йырын тыңлап үҫкән быуын йорт янындағы скверға атаҡлы командирҙың исемен биреү яҡлы.