Бөтә яңылыҡтар

"Өйҙә ижад итәбеҙ" конкурсына ҡушылығыҙ

24 апрелгә ҡәҙәр дауам иткән конкурста ҡатнашыр өсөн өйҙә йырлап, бейеп, музыкаль инструментта уйнап, шиғыр ятлап, ҡул эштәре эшләп, бешеренеп видеоға төшөргә кәрәк.Тик шуныһы мөһим: бөтә ижадығыҙҙа ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы ярылып ятырға тейеш.

Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге, “Тиҫтер” клубы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Өйҙә ижад итәбеҙ” интернет-конкурсы иғлан итә. 24 апрелгә ҡәҙәр дауам иткән конкурста ҡатнашыр өсөн өйҙә йырлап, бейеп, музыкаль инструментта уйнап, шиғыр ятлап, ҡул эштәре эшләп, бешеренеп видеоға төшөргә кәрәк.

--Тик шуныһы мөһим: бөтә ижадығыҙҙа ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы ярылып ятырға тейеш. Видеоларҙы #мывместе#сидимдома#тышҡанеходиЗауралье#творимдома#берегитесебя#деньпобеды#чтимпамять#гордимся# хештегтары аҫтында Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/public193681608 төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Конкурста Сибай ҡалаһында йәшәүселәр генә түгел, Урал аръяғы халҡы ла ҡатнаша ала. Төп шарт—төркөмгә ҡушылыу, видеояҙма ҡуйыу һәм үҙ сәхифәңдә бүлешеү,--ти мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев, конкурс шарттарын аңлатып.

Конкурсҡа ебәрелгән видеояҙмаларҙы жюри баһалай. Видеояҙма башында үҙегеҙ менән таныштырырға онотмағыҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: 89273440025, 89373627432.

Электрон адрес: [email protected]