Милли проекттар
22 Октябрь , 09:00

Бар шундай шәп егеттәр!

  Сибай гимназияһының 11-се класы уҡыусыһы Йәнтилин Искәндәр VI Халыҡ-ара финанс хәүефһеҙлеге олимпиадаһында еңеү яулап ҡайтты. Ярыштың финалы Красноярск ҡалаһының Себер федераль университетында үтте, унда 45 илдән 700-гә яҡын уҡыусы һәм студент ҡатнашты. Искәндәр мәртәбәле интеллектуаль ярышта 3-сө тапҡыр ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бар шундай шәп егеттәр!Бар шундай шәп егеттәр!
Бар шундай шәп егеттәр!

 

-Олимпиада 5 көн дауам итте. Унда ярышып ҡына ҡалманыҡ, төрлө кимәлдәге финанс ойошмалары етәкселәре менән осраштыҡ, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре, башҡа кәрәкле һабаҡ алдыҡ. Мадагаскарҙың финанстар мониторингы директорының беҙҙең менән бер кимәлдә аралашыуы оҡшаны.Бындай сара уҡыусылар, студенттар араһында селекция уҙғарып, финанс разведчиктары үҫтереү өсөн ойошторола,--тип һөйләй тырыш егет, тәьҫоратты менән уртаҡлашып.

Искәндәр сәхнәгә төп наградаһын алырға сыҡҡанда башҡорт бүреге һәм Сибай ҡалаһы флагы менән сыға.

Дауамы 2-се биттә.

Гөлдәр Ҡадаева.

Олимпиадаға юлы, еңеүе, сығыштары тураһында Искәндәр түбәндәгеләрҙе һөйләне:

-Быйылғы финал минең өсөн беренсеһе булманы. Тәүге тарҡыр 8-се класта уҡығанда, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы А.В.Ветрова ярышта ҡатнашырға тәҡдим итте. Артабан миңә «Сириус»та финалға эләгеү бәхете тейҙе. Унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй ҙә урын алманым. Ләкин мин төшөнкөлөккә бирелмәнем һәм киләһе йылда унда ҡатнашып бер класҡа өлкән, йәғни 10-сы, 11-се кластар менән һынау тотоп, Красноярскийҙа финалда призёр булдым. Бында П.Н.Лебедев исемендәге Фәндәр академияһының физика институтының мәктәп һәм студенттар араһында олимпиадаларға әҙерләү үҙәгенең профилле сменалары һәм онлайн мәктәбендә шөғөлләнеүемдең йоғонтоһо ҙур булды, мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Финал алдынан йәйге мәктәптә аяғымды һындырҙым, шуға күрә бүләкләү тантанаһына таяҡ менән сыҡтым. Быйыл, бай тәжрибәле олимпиадасы булараҡ, өсөнсө тапҡыр Красноярскийға финалға барырға йөрьәт иттем. Әйткәндәй, бындай юғары кимәлдәге олимпиадала конкуренция ныҡ көслө, заданиелар бик ҡатмарлы булыуын белгәнгә күрә еңеүгә дәғүә итмәнем. Ләкин булырға тейеш нәмә булды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: мин--Башҡортостандан финанс хәүефһеҙлеге буйынса олимпиадала призёр ғына түгел, ә еңеүсе булған берҙән-бер һәм тәүге уҡыусымын. Баш ҡаланан был олимпиадала бик күптәр үҙ көстәрен һынап ҡарағанын беләм.

Олимпиада өс блоктан тора һәм уның төп темаһы итеп быйыл яһалма зиһендең финанс хәүефһеҙлегенә йоғонто яһауы алынды.

3 йүнәлештә лә берҙәй алдынғы булыу ныҡлы әҙерлек талап итә. Төбәк-ара әҙерлек үҙәгендә, йәйге, ҡышҡы мәктәптәрҙә шөғөлләнеүем еңеүемә, һис шикһеҙ, юл асты.

Ихтималлыҡ теорияһы, хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү һәм финанс хәүефһеҙлеге өлкәһендәге мәсьәләләрҙе сисеүҙән һәм кейсты хәл итеүҙән тыш, быйыл тәүге тапҡыр финалсылар өсөн проекттар конкурсы үткәрелде. Был конкурс иғлан ителеү менән, финанс хәүефһеҙлеге буйынса үҙәк сменаларындағы таныштарым менән команда йыйҙыҡ, ролдәрҙе бүлештек һәм һөҙөмтәлә беҙҙең проект еңде. Командала минән тыш Мәскәү, Жуковский, Ульяновск, Бишкек ҡалаларынан 4 иптәшем, шулай уҡ остазыбыҙ--Санкт-Петерубург дәүләт иҡтисад университетының иҡтисади хәүефһеҙлек кафедраһынан Э. Э. Колца булды. Беҙҙең пенсионерҙарҙы һәм балаларҙы мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә өйрәткән проект, йәғни финанс хәүефһеҙлеге буйынса әҙерләгән ҡағыҙ тренажёрҙар, ролле уйындар, сценарийҙар иң яҡшыһы тип танылды.

Сибай гимназияһында 10-сы кластан алып уҡыйым. Уға тиклем икенсе мәктәптә белем алдым, унда ла һәр ваҡыт ҡаланың иң яҡшы олимпиадсыларының береһе булдым. Бөтә фәндәр буйынса төплө белем биргән уҡытыусыларға, шәхсән директор урынбаҫары һәм класс етәксем Н. А. Вдовинаға, директор И. И Варламоваға мине 10-11се класҡа уҡырға ҡабул иткәндәре һәм уңыштарымды уртаҡлашҡандары өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Шулай уҡ Түбәнге Новгородтан кураторҙарым: М. В. Кемаева, В. В. Генералов, А. С. Беляковҡа 3 финалда ла ярҙамынан ташламаны.

 

Красноярскиҙа бүләкләү тантанаһында сәхнәгә башыма бүрек кейеп, Сибай ҡалаһы флагын тотоп сыҡтым. Шуны билдәләп үтәм, флаг, күптәр яҙғанса, Башҡортостан Республикаһыныҡы түгел, ә тап тыуған ҡалам Сибайҙың флагы. Республика намыҫын яҡлап көрәшеп, еңеү яулаһам ла, мәғариф министрлығы тарафынан ярҙам булманы.

Башҡорт милли кейеменең бер өлөшө булған бүректе финал барышында башымдан төшөрмәнем тиерлек, уны ошо сара өсөн махсус һатып алдым. Һатып алыуымдың сәбәбе--башҡорттарҙы башҡаларға танытыу ине. Русса таҙа һөйләшәһең тип маҡтаһалар ҙа, Башҡортостандың ҡайҙа урынлашыуын, ниндәй валюта менән эш итеүебеҙҙе белмәгән кешеләрҙе осратыуым күңелемде ҡырҙы.

Күстәнәскә лә милли ризыҡтар алып барҙым. Сибай ит комбинатының колбасаларын, ҡорот, сәк-сәк, бауырһаҡты бик яратып ашанылар.

Сарала сит ил кешеләре менән фотоға күп төштөк. Финал аҙағында уҙғарылдған дискотекала бер мексиканлы миңә үҙенең сомбрероһын бүреккә алмаштырырға тәҡдим итте. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, шуға күрә ризалашырға тура килде.

11-се кластан һуң ҡайҙа уҡырға инәсәгемде әлегә билдәләмәгәнмен. Халыҡ-ара олимпиадала еңеүем Рәсәйҙең иң алдынғы вуздарының береһе булған Юғары иҡтисад мәктәбе, «МИФИ» милли тикшеренеү ядер, Рәсәй Хөкүмәте янындағы финанс, Санкт-Петербург политехник университеттарына һәм башҡа юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү һынауҙарын үтмәйенсә уҡырға инеү хоҡуғын бирҙе. Ҡарарҙы башҡа олимпиадаларҙың һәм Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итәсәкмен.

Күптәр ни өсөн финанс хәүефһеҙлеге йүнәлешен һайлауым менән ҡыҙыҡһына. Бында күп профиллек мөһим: хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү, математика барыһы берҙәй тәрәндән өйрәнелә. Шулай уҡ финанс тематикаһы күңелемә ятты.

Ата-әсәһенең генә түгел, халҡының да улы булған тырыш егет аҙ һөйләп, күпте эшләгән, маҡтауҙы яратмаған заттан. Ә ундайҙар күп уңыштарға өлгәшә, алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәй.

Гөлдәр Ҡадаева.

фото Искәндәр Йәнтилиндың шәхси архивынан

 

Бар шундай шәп егеттәр!
Бар шундай шәп егеттәр!
Бар шундай шәп егеттәр!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас