АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
9 Сентября , 11:05

"Ихлас" ишектәрен асты

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙәк асылды

"Ихлас" ишектәрен асты"Ихлас" ишектәрен асты
"Ихлас" ишектәрен асты

Башҡортостанда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә һигеҙ балалар үҙәге асылды

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров «Ғаилә» милли проекты буйынса булдырылған һигеҙ мәҙәни-ағартыу үҙәгенә старт бирҙе. Улар Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Мишкә, Ишембай, Өфө райондарындағы китапханалар һәм мәҙәниәт учреждениелары базаһында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла асылды.

Балалар үҙәктәрен йыһазландырыуға 31 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 30,4 миллионы — федераль бюджеттан.

Был үҙәктәрҙә балалар ижади проекттарҙа ҡатнаша, арт-объекттар булдыра, төрлө уйындар аша яңы күнекмәләр үҙләштерә аласаҡ. Төп иғтибар патриотик тәрбиәгә, экологик ағартыуға, ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә һәм цифрлы грамоталылыҡҡа йүнәлтелә.

Сибай ҡалаһында урынлашҡан Ҡала мәҙәниәт йортонда асылған Балалар үҙәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад, үҫеш һәм файҙалы ял урынына әйләнер тип көтөлә. Бында ижад, уҡыу һәм уйын зоналары, компьютерҙар менән йыһазландырылған майҙансыҡтар булдырылған. Үҙәктә балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни саралар һәм осрашыуҙар үткәреләсәк.

Проект сиктәрендә һәм спонсор ярҙамында, тауыш аппаратураһы, цифрлы пианино һәм үҫтереүсе материалдар алынған.

Үҙәккә матур исем бирелгән—“ИХЛАС”. Бында балаларҙы ихлас ҡабул итерҙәр, ҡыҙҙар-малайҙар ихлас шөғөлләнер тигән уйҙабыҙ.

Үҙәкте асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы С.В.Озерцов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, мәҙәниәт бүлеге етәксеге Г.Р.Нәҙерғолова һәм башҡалар ҡатнашты.



"Ихлас" ишектәрен асты
"Ихлас" ишектәрен асты
"Ихлас" ишектәрен асты
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас