АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
25 Августа , 04:20

Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!

Өфөлә сафҡа инәсәк лицейға яҡташыбыҙ исеме бирелә.

Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!
Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!

Донъя кимәлендә танылыу алған ғалим, техник фәндәр докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы Бәшир Искәндәр улы Рәмиевты беләһегеҙме? Ул тәүге совет ЭВМ-дарын—«Стрела» һәм «Урал-1» компьютерҙарын уйлап сығарыусы, ул беҙҙең яҡташыбыҙ—Баймаҡ егете.

Тиҙҙән Өфөлә математика йүнәлешендә лицей-интернат булдырыласаҡ. Ул Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк.

Өфөлә төҙөлөүсе яңы математика лицей-интернатына Башҡортостандың күренекле улы, совет ЭВМ-дарын булдырыусы ғалим Башир Рәмиевтың исеме биреләсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте: «Ул — беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы егете. Был бик дөрөҫ ҡарар булыр», — тине ул. Лицей инешендә ғалимға һәйкәл дә ҡуйыласаҡ.

Башир Рәмиев — «Стрела» һәм «Урал-1» компьютерҙарын уйлап табыусы, Сталин премияһы лауреаты һәм техник фәндәр докторы. Уның идеялары үҙ заманынан күпкә алда барған: СССР-ҙа беренсе булып программалаусылар һәм конструкторҙар өсөн аңлайышлы булған командалар системаһын ул тәҡдим иткән. Рәмиев эшләгән «Погода», «Гранит» һәм «Кристалл» иҫәпләү машиналары метеорология, геология һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙә киң ҡулланылған. Ә «Урал-1» иһә Советтар Союзының 128 ҡалаһында һәм донъяның 25 илендә эшләгән. Уның машиналары космос программаларында, ракеталарҙы йүнәлтеү системаларында һәм оборона иҫәпләүҙәрендә ҙур роль уйнаған.

Лицейҙы төҙөү эштәре 2025 йылдың авгусында башланып, 2027 йылдың 1 сентябренә тамамланырға тейеш. Бында бөтә Башҡортостандан 6–11-се класс уҡыусылары белем аласаҡ. Уҡыу йорто 360 урынға иҫәпләнгән, шулай уҡ 250 урынлыҡ ятағы ла буласаҡ. 22 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда уҡыу һәм торлаҡ корпустары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана һәм конференц-зал урынлашасаҡ.

Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, уның хаҡы — 2,8 миллиард һум. Радий Хәбиров был лицейҙы республика мәғарифының «бейек нөктәһе» тип атағайны.

Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!
Лицей яҡташыбыҙ исемен йөрөтәсәк!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас