АТАЙСАЛ
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
12 Августа , 04:05

Йәштәр берҙәмлек яҡлы

Йылыйыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында «Za берҙәмлек» йәштәр фестивале уҙҙы. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә ойошторолған сара Ватанға тоғролоҡ, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, дошман ҡотҡоһона бирешмәү, белем алыусы, эшләүсе йәштәр араһында хөрмәт һәм мәҙәнилек хистәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

Йәштәр берҙәмлек яҡлыЙәштәр берҙәмлек яҡлы
Йәштәр берҙәмлек яҡлы

 

 Йыйында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө район-ҡалаларынан 500-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Журналистика, сәйәсәт, мәҙәниәт бегестәре, махсус хәрби операция геройҙарынан тупланған иң көслө спикерҙар, психологтар--бөтәһе лә уҡыусы һәм эшсе йәштәрҙе берләштереү маҡсатында лекциялар, осталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Окоп шәмдәре әҙерләргә өйрәткән оҫталыҡ дәресен йәштәр ныҡ оҡшатты. Һәр кем үҙ ҡулы менән уны эшләгәндә шәмдәребеҙ фронт һыҙығындағы яугирҙәребеҙҙе йылытһын, тыуған яҡ сәләме булып барып етһен, тип теләне.

Ҡыҙҙар-егеттәр шулай уҡ спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты, традицион йүгереүҙә көс һынашты, походта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарын өйрәнде.

- Йәштәр өсөн ошондай форумдар кәрәк. Уҙған йыл спикер булараҡ сығыш яһағайным, был юлы бер туған ағайым Фәрғәт менән килдек. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған ҡыҙҙар-егеттәрҙең йыйылышып аралашыуы тик файҙаға ғына,--тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Үркәс ауылы хакимиәте башлығы, махсус хәрби операция ветераны Фәдис Сәғитов.

- Был форум тураһында күптән ишетеп белә инем. Быйыл ниһәйәт, фестивалдә форумды ойошторусыларҙың береһе булараҡ ҡатнаштым. Фестиваль өсөн белем биреү программаларын һайлап алыу бик яуаплы булһа, ошо сара нисек барлыҡҡа килеүен, ойошторолоуын үҙ күҙҙәрең менән күреү һәм уға үҙ өлөшөңдө индереү ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле булды,--тине Өфө ҡыҙы Динара Әһлетдинова.

Рәсүл Мансуров.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас