АТАЙСАЛ
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
12 Августа , 04:20

Балалар баҡсаһы яңыртыла

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Бәпембә» балалар баҡсаһында капиталь ремонт дауам итә. Төҙөлөш эштәре «Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһының «Ғаиләгә ярҙам» төбәк һәм «Ғаилә» милли проекттары сиктәрендә алып барыла. Капиталь ремонт барышын район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев шәхсән күҙәтеүе аҫтында тота.

Балалар баҡсаһы яңыртылаБалалар баҡсаһы яңыртыла
Балалар баҡсаһы яңыртыла

 

 

-Бина ғына түгел, уның биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк. Быларҙың барыһы ла балалар саф һауала рәхәтләнеп уйнаһын өсөн хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу маҡсатында эшләнә,--ти башлыҡ.

Илмир Ҡотоев подрядсыларҙың графиктан бер аҙ ҡалышыуына борсола һәм шуға ла ваҡытты дөрөҫ файҙалынырға саҡыра. Етәксе әйтеүенсә, төп бурыс--эште сифатлы, шул уҡ ваҡытта мөмкин тиклем тиҙ атҡарыу. Башлыҡ төҙөүселәргә 1 сентябргә балалар яңыртылған баҡса тупһаһын аша атлап инергә тейеш тигән маҡсат ҡуйған.

Азамат Дәүләтбаев.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас