

8 август--Төҙөүселәр көнө
Әлеге ваҡытта йорттоң подвалы һәм беренсе ҡаты әҙер. Ташсылар икенсе ҡатты төҙөп бөтөп бара. Буласаҡ торлаҡҡа һыу менән тәьмин итеү һәм канализация селтәрҙәре һуҙылған, йылытыу, һыу һәм электр үткәргес монтажлана. Төҙөүселәр объектты 2026 йыл аҙағында тапшырырға планлаштыра. Төҙөлөштөң заказсыһы–республиканың 2-се төбәк торлаҡ төҙөлөшө фонды яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Генераль подрядсыһы--«Корпорация К1» йәмғиәте. Объект төҙөлөшөн Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе контролдә тота. Төҙөлөш эштәре менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рафаил Исмәғилев етәкселек итә. Рафаил Ибраһим улы 2007 йылдан алып 2022 йылға ҡәҙәр ҡалала төҙөлөш компанияһы директоры була. Уның етәкселегендә Сибайҙа һәм Урал аръяғында тиҫтәләгән социаль объект төҙөлдө.
-Һуңғы тапҡыр ошондай уҡ йортто кешеләрҙе иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү программаһы буйынса 2017 йылда төҙөгөйнек,--ти Рафаил Исмәғилев.-Майҙансыҡҡа электән бергә эшләгән тәжрибәле ташсыларҙы, иретеп йәбештереүселәрҙе һәм электриктар йәлеп иттек. Ташсылар бригадаһы бригадирҙары Әлмир Ерьесов һәм Радик Мөхәмәтйәровтар үлсәмәйенсә бер эшкә лә тотонмай. Уларҙың ҡулдарынан рулетка һәм кимәлде үлсәгес төшмәй. Улар билдәләүҙе үҙҙәре яһай, шуға ла һәр миллиметрҙы үлсәп эш итәләр. Теүәллек, аныҡлыҡ бигерәк тә баҫҡыс марштарын, тәҙрә һәм ишек уйымдарын монтажлағанда бик мөһим.
-Йорт төҙөүе анһат түгел, етмәһә 9 йыл буйы ҡалала төҙөлөш алып бармағанһығыҙ. Ниндәй ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осрай?—тип һорауыбыҙға етәксе:
-Материалдар менән тотҡарлыҡтар булып ала. Уларҙың барыһы ла тиерлек икенсе ерҙән килтерелә: кирбес һәм плитәләр Силәбенән килә, нигеҙ блоктарын һәм ҡапҡастарҙы, ҡом һәм цементты Магнитогорскиҙан ташыйбыҙ, йылытыу кәрәк-ярағы Новотроицктан килтерелә. Ҡойма ямғырҙар эшебеҙҙе яйлатты. Хәҙер яғыулыҡ менән өҙөклөктәр бәкәлгә һуға. Әммә эшһеҙ ултырмайбыҙ. Йорттоң эске бүленешен урындағы материалдан эшләүебеҙ отошло. Сибайҙа етештерелгән төҙөлөш материалдары туҡтауһыҙ килтерелә.
Проект мастеры Дияр Әйүпов Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Хәҙер студенттарҙы үҙе практикаға ҡабул итә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар төҙөүсе һөнәренең нескәлектәрен профессионалдарҙан үҙләштереүенә ҡыуана.
-Күп ҡатлы торлаҡтың тауыш изоляцияһы бик яҡшы буласаҡ. Фатирҙар араһындағы стеналар, ҡатлы бәлеш кеүек аралашып һалына: кирбес, йылытыу материалы һәм тағы ла кирбес. Ҡыйығы яңыса көпләнәсәк, конструкцияһы үҙенсәлекле, йәғни ул көслө елгә лә, ҡар өйөмөнә лә бирешмәйәсәк. Кухняларға хәүефһеҙлек маҡсатында электр плитәләрен ҡуябыҙ, йылытыу системаһы үҙәкләштерелгән буласаҡ,--ти Дияр Әйүпов, төҙөлөштөң яңылыҡтарын барлап.-Подвал 4 метр тәрәнлектә ҡаҙылды. Нимәһе яҡшы: ул ҡоро. Ә был бик мөһим.
Йәй аҙағында төҙөүселәр йорттоң стеналарын күтәреп бөтөп, ҡыйығын яба башлаясаҡ. Унан эске биҙәү эштәренә: штукатурлауға, плитка һалыуға, түшәмдәрҙе тигеҙләүгә, бүлмә-ара һәм инеү ишектәрен ҡуйырға тотонасаҡтар. Биләмәне төҙөкләндереү ҙә улар ҡармағында.
-Уңайлы парковкалар эшләйәсәкбеҙ, өс урында балалар һәм уйын майҙансыҡтары буласаҡ, юлға асфальт түшәйәсәкбеҙ,--тип пландары менән уртаҡлашты Рафаил Ибраһим улы.-Эш көнө иртәнге 07.00 сәғәттә башлана. Башта майҙансыҡта бетон болғатҡыста иҙмә әҙерләйбеҙ, ә 08.00 сәғәттә крандар уны өҫкө ҡаттарға күтәрә. Һауа шарттарына ҡармайынса эште дауам итәбеҙ: йортто һала башлағанда сатлама һыуыҡ ине, йәйге селләлә лә тиҙлекте кәметмәйбеҙ.
9 августа билдәләнгән Төҙөүселәр көнө алдынан Рафаил Исмәғилев ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәттәштәрен генә түгел, барлыҡ төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы:
-Иң мөһиме, Сибайҙа төҙөлөш үҫешһен. Төҙөүселәргә урында эше булһын. Һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем!—тип һүҙен йомғаҡланы Рафаил Ибраһим улы.
Римма Мәхмүтова.
Фотола: Дияр Әйүпов, Әлмир Ерьесов, Радик Мөхәмәтйәров һәм Рафаил Исмәғилев.
Төҙөүселәр бригадаһы.