АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
5 Августа , 03:10

Диспансеризация үтегеҙ

Йылайыр үҙәк район дауаханаһы граждандарҙың ғүмер оҙайлылығын арттырыуға йүнәлтелгән «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектында әүҙем ҡатнаша. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн төп инструменттарҙың береһе--диспансеризация. Ул һаулыҡ менән бәйле йәшерен проблемаларҙы ваҡытында асыҡларға һәм етди ауырыуҙарҙың үҫешенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов әйтеүенсә, төбәктә милли проект тормошҡа ашырылғандан бирле 2 900-ҙән ашыу кеше ололар өсөн диспансеризацияның беренсе этабын, ә 794 кеше икенсе этабын үткән.

Диспансеризация үтегеҙДиспансеризация үтегеҙ
Диспансеризация үтегеҙ

 

 

 

Ентекле тикшереүҙең беренсе этабын 361 кеше уҙған.

Июль айы дауамында райондың үҙәк дауаханаһында 65 йәштән өлкәндәр өсөн сәләмәтлек айлығы ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, күп кенә оло йәштәгеләр мөмкинлектән файҙаланып, табиптарға күренгән һәм төрлө дауалау саралары алған. Бындай шарттар организмдағы сиргә бәйле үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, ваҡытында дауаланырға, ғүмерҙе оҙонайтырға ярҙам итә.

-Һәр кем комплекслы тикшереү үтә ала. Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлекте кисектермәгеҙ! Диспансеризация үтегеҙ һәм үҙегеҙгә оҙайлы һәм әүҙем йылдар бүләк итегеҙ!—тип район халҡына социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Диспансеризация үтегеҙ
Диспансеризация үтегеҙ
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас