

Дәүләт заданиеһына ярашлы Йылайыр урмансылығы хеҙмәткәрҙәре 78 гектар йәш ағас ултыртҡан. 23,4 гектарҙа майҙанда үҫентеләр ябыҡ тамыр системаһы ултыртылған. Был йүнәлеш буйынса план 100 процентҡа үтәлгән. Бындай үҫентеләр ҡоролоҡ шарттарына яҡшыраҡ һәм тотороҡло яраҡлаша. Ағас ултыртыуҙан тыш, урман хужалығы эшселәре 42,11 гектар майҙанда урман культураларын тулыландырған һәм 329,3 гектар ерҙә йәш үҫентеләрҙе агротехник яҡтан тәрбиәләгән. Йәшелләндереүҙә ағас әҙерләү менән шөғөлләнеү өсөн урман участкаларын ҡуртымға алыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Улар 240,06 гектар майҙанға яңы урман ултыртҡан.
Ағымдағы йыл урман хужалығы өсөн уңайлы: ағасы ҡырҡылған майҙандарҙың барыһында урман тергеҙеү эше киң йәйелдерелгән. Һауа шарттары йәш үҫентеләрҙең ергә тиҙерәк берегеп китеүенә булышлыҡ итеүе һөйөндөрә. Әммә урмансыларҙы көтөүһеҙ йөрөгән малдың йәш үҫентеләрҙе ашауы, тапауы хафаға һала. Айырыуса аттар өйөрөнән башлыса бер нәмә лә ҡалмай.
-Урында йәшәүселәр малын көтөүгә ҡыуып, урман культураларын тапауға юл ҡуймаһа бигерәк яҡшы булыр ине. Йәш урманды үҫтереүгә күп көс һалабыҙ. Еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап мөһим»,--ти Йылайыр һәм Хәйбулла урмансылыҡтары буйынса идаралыҡтың бүлек начальнигы Ислам Игебаев.
Гөлдәр Ҡадаева.
фото һәм мәғлүмәт Йылайыр районы хакимиәте башлығы сәхифәһенән