АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор

Кабинеттар йыһазландырылған

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Бөтә яҡшылыҡ—балаларға» төбәк проекты сиктәрендә Йылайыр ауылындағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы физика һәм музыка кабинеттары өсөн заманса ҡорамалдар алды.

Физикауҡытыусыларына барометр, 24В-ға көйләнә торған энергия сығанағы, ВИТ-1 гигрометры, комплектлы калориметр, тоташтырыусы сымдар йыйылмаһы, лаборатория термометры һәм һүтеп алына торған электромагнит һәм башҡа прибоҙар бирелгән.Былинструменттаруларға уҡыусылары менән төрлө эксперименттар үткәрергә ярҙам итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшырта.

Музыка кабинетына яңы ҡорамалдар—музыка үҙәге, портатив акустик система һәм UHF-диапазонлы микрофон радиосистемаһы килгән. Комплектта шулай уҡ микрофондар бар.

Матди-техник базаны яңыртыу белем биреү сифатын яңы кимәлгә күтәрергә, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итергә мөмкинлек бирә.

—Яңы ҡорамалдар уҡыусыларыбыҙҙың мотивацияһын арттырыр, тип ышанам. Балалар предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнер, олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша алыр. Ә уҡытыусылар инновацион уҡытыу методикаһын үҙләштерер. Дәүләттең ауыл мәктәптәренә ҙур иғтибар бүлеүенә шатбыҙ,—тип билдәләй Йылайыр районының мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Әмәкәсова.

Автор:
Читайте нас