Милли проекттар
19 Апреля , 07:00

Гөрләп үтте юбилей

Сибай гимназия -интернаты үҙенең 65 йыллыҡ түңәрәк датаһын билдәләне.

Гөрләп үтте юбилейГөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей

17 апрелдә 3-сө «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты үҙенең 65 йыллығын билдәләне. Данлы белем усағының тарихы бай икәнлеге һәр кемгә мәғлүмдер. Мәктәп-интернатҡа 1960 йылда нигеҙ һалына. 1961 йылдың 1 мартында асыла. 1972 йылда иһә һигеҙ йыллыҡ мәктәп урта мәктәпкә әүерелә. 1992 йылдың башында мәғариф министрлығы бойороғо менән гимназия статусы бирелә. 2023 йылда иһә уҡыу йорто атамаһын йәнә бер тапҡыр үҙгәртте – Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернат, тип йөрөтөлә хәҙер. Йәғни, дәүләт телдәре – рус, башҡорт телдәре менән бер рәттән, инглиз, төрөк, ҡытай, немец телдәре өйрәнелә. Шулай ҙа, төп иғтибар – туған телебеҙ башҡорт теленә йүнәлтелгән, дәрестәрҙән тыш, сараларҙың нәҡ ошо телдә үтеүе быға асыҡ миҫал. Шуны әйтеү мөһим: «Йәштәр һём балалар», «Ғаилә» милли проекттарына таянып эш иткән мәктәп-интернат, гимназия-интернат ниндәй генә исем менән аталһа ла бер маҡсатҡа – төбәгебеҙҙең иң аҡыллы, иң әүҙем балаларын үҙенә туплап, ҡанаттарын нығытып, тормош тигән оло йыһанға осороуға ҡайтып ҡала. ⚡ Ҡанат нығытып, тигәндәй, юбилейға “ҡошсоҡтарыбыҙ”ҙа, ваҡытында интернатта хеҙмәт юлы үткәндәр ҙә килгәйне. Башта ҡунаҡтар экскурсияла булды. Бында улар гимназия-интернаттың бөгөнгө эшмәкәрлеге, тын алышы, еңеүҙәре менән яҡындан танышты. Белем усағының коридорында урын алған алған фотозона янына иҫтәлеккә фотоһүрәткә төштө, һабаҡташтары, уҡытыусылары менән аралашты, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Гөрләп үтте юбилей
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас