

Хәйбулла районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нең сираттағы ултырышында Радик Булатовтың мобиль бетон заводын эшләтеп ебәреү буйынса проекты ҡаралды.
Радик Хәмзә улы район территорияһында төҙөлөш өлкәһендә ғаилә бизнесын уңышлы үҫтерә, мәктәп төҙөлөшө буйынса субподрядсы булып тора, һыу үткәргестәре юҫығындағы эштәр башҡарып, бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашыра.
Әле производство базаһын киңәйтеү өсөн ер участкаһын рәсмиләштергән, мобиль бетон заводын файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра. Был төҙөлөш материалдарын—шлакоблоктар, бетондар, тимер-бетон ҡулсалар һәм фундамент блоктарын етештереүгә мөмкинлек бирәсәк.
Радик Хәмзә улы бер урында тапанып, туҡтап ҡалырға теләмәй, ул профессиональ яҡтан үҫергә ынтыла. Ул Златоуст ҡалаһында бизнес-интенсив йүнәлешендә курс алған, унда бетон технологиялары өлкәһендә белемен тәрәнәйткән.
Проект инициаторы мобиль бетон заводы өсөн яңы өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға һәм муниципаль программа буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ниәтләнә.
Район хакимиәтендә проектты ҡарағандан һуң, уны тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул ителгән. Эшҡыуарға ярҙам итеү өсөн район етәкселеге мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.
Әйткәндәй, кем үҙ эшен асырға теләй, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итеп, «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ла ғариза бирергә мөмкин.
Мәғлүмәт сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте.