Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март , 09:18

Яңы музыка ҡоралдары алына

 Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары алына. 

Яңы музыка ҡоралдары алына
Яңы музыка ҡоралдары алына

Белем усағына «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә пианино, баян, домра, думбыра, гитара, һуҡма инструменттар, флейта һәм саксофон бирелә. Шулай уҡ мәктәп өсөн интерактив панелдәр һәм компьютерҙар һатып алынасаҡ. Яңы инструменттар төрлө йүнәлештәр, атап әйткәндә фортепиано, халыҡ һәм тынлы инструменттар, хореография буйынса 420-нән ашыу баланы уҡытыуҙа ҡулланыласаҡ. Был концерттар, конкурстар һәм фестивалдәр үткәреү өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға булышлыҡ бирә. Шулай уҡ уҡыусыларҙы республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарына әҙерләү сифаты күтәреләсәк.

—«Ғаилә» милли проекты традицияларҙы һаҡлап ҡалырға һәм уларҙы киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итә. Ул балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙың ижади потенциалын асыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт үҫешеибайҙа гармониялы тормош нигеҙе,—ти Сибайҙың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова.

 

 

 

ӘЙТКӘНДӘЙ

«Ғаилә» милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән «Пушкин картаһы» программаһы ғәмәлдә. ЯҢЫРТЫЛҒАН милли проекттар РФ Президенты Владимир путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас