-Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Балаларҙы, эшемде ныҡ яратам. Дан-шөһрәт өсөн түгел, халҡым, башҡорт телем йәшәһен тип тырышам. Уҡыусыларым йыл да ҡала, төбәк, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм призерҙар рәтенә сыға. Олимпиадала ла көстәрен һынап ҡарайҙар,--ти милләт, рух һағында тороусы уҡытыусы.-Маҡсатым--рухи яҡтан ныҡлы үҫешкән, тормош диңгеҙе тулҡынында батмаҫлыҡ, зәһәр елдәрендә осоп китмәҫлек шәхес тәрбиәләү. Төҙөүсе өйҙөң нигеҙен ныҡлы материалдан төҙөй, ә минең иһә төп материалым һәм эш ҡоралым--әйтер һүҙем, туған телем.
Әлфиә Әмир ҡыҙы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы Әмир Ғилмитдин улы—тарихсы, әсәһе Лира Исхаҡ ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. 4 малай араһында үҫкән 1 генә ҡыҙ булһа ла иркәләнеп, наҙланып ултырмай, киреһенсә, ҡара эшкә әрһеҙ булып үҫә. Биш баланың бөтәһе лә юғары белем алған. Әлфиә Әмир ҡыҙы ҡартәсәһе Сәғәҙәнә Сәхиулла ҡыҙы тәрбиәһендә үҫеүенә һөйөнә.
-Атай-әсәй мәктәптән ҡайтмай эшләне, шуға ла беҙҙе лә, өйҙө лә күберәк ҡартәсәй ҡараны,--тип тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алды ҡәҙерлеһен уҡытыусы.-Әсәйем иҫән саҡта, бала табыу йортонан ҡайтып инеү менән тупһанан ҡәйнәм бәпәйҙе ҡулына ала ла ҙурайғансы үҙе көтә торғайны, тип ҡәйнәһенә гел рәхмәттәр уҡыны. Барыбыҙ ҙа теүәл генә булып, тыуған нигеҙебеҙгә йыйыла инек. Ниғәмәт ауылында йәшәгән бер туған ағайым былтыр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгән йылда атай-олатайҙарыбыҙ кеүек үк, нацизм менән көрәшеү өсөн махсус хәрби операцияға юлланды.Ҡыҙғанысҡа күрә, унан ошо көнгәсә хәбәр юҡ. Рухлы, ҡыйыу һәм илһөйәр ағайым беҙҙең тыныслыҡты һаҡлап, ил мәнфәғәтен яҡлап алғы һыҙыҡҡа ынтылды.
Әлфиә Ибраһимова Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Шул ауылға Ибраһимовтарға килен булып төшә. Йәш ғаилә 1998 йылда Сибайға йәшәргә килә. Һөнәре буйынса фельдшер, биолог булған ирен санэпидемстанцияға, үҙен 4-се мәктәпкә уҡытыусы итеп эшкә алалар. Унан Әлфиә Әмир ҡыҙы Көнсығыш лицейына (төрөк) Урал аръяғынан йыйылған иң шәп малайҙарҙы уҡытырға бара. Тап шунда ул артанғы эшмәкәрлеге өсөн ҙур тәжрибә туплай.
-Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Төпкөл ауылдарынан килеп уҡыған балаларға һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырыштым. Уҡыусыларым онотмай, осрашыуҙарға саҡыра, егеттәремдең һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, ҙур-ҙур ерҙәрҙә, ҙур-ҙур вазифаларҙа эшләй. Хеҙмәтемдең бушҡа китмәүенә ошо көндәрҙә ныҡ ҡыуандым: Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән уҡыусым Венер Бағышаев шәхсән миңә 250 мең һумлыҡ интерактив панель бүләк итте. Заманса уҡытыу ҡоролмаһын кабинетыма ҡәҙәр алып килеүгә ҡәҙәр аҡса түләгән. Венер Хәйбулла районы егете. Эшҡыуарлығынан тыш үҙенең хәйриәлек фонды ла бар. Баймаҡ районының Таһир ауылы ҡыҙына өйләнгән, 3 бала үҫтерәләр,--тип шатлығы менән бүлеште педагог.
Әлфиә Әмир ҡыҙы үҙе лә күп балалы әсә. Ире Рәмил Рамаҙан улы менән Яҙгөл, Миңлегөл, Гөлназ исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары кейәүҙә, Миңлегөл Сибай институтында, Гөлназ медицина колледжында уҡый. Арҡайым ҡасабаһында күркәм йорт һалып йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы Рәмил Ибраһимов оҙаҡ йылдар Рәсәй эске эштәр министрлығы органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан полиция подполковнигы. 15 йыл ҡала полицияһының эксперт-кримининалистика үҙәген етәкләгән. 2022 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм йыл ярым махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән. Шуның 3 айын эвакуация батальоны составында алғы һыҙыҡта йөрөгән. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн яугир II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән. Ул «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашып, белемен камиллаштырыуын дауам итә. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу системалары менән идара итеү буйынса махсус курстар үтә.
Яугир ҡала мәктәптәренә, уҡыу йорттарына йыш осрашыуҙарға бара. Ҡатыны Әлфиә Әмир ҡыҙы уҡытҡан 7-се мәктәптә лә Рәмил Рамаҙан улы балаларҙың көтөп алған ҡунағы.Ул йәш быуынға һәр кеше өсөн Тыуған илдең мөһим булыуы, батырлыҡ һәм намыҫ, һалдат көнкүреше, фронт дуҫлығының ҡиммәте, яугирҙәрҙең физик әҙерлеге, хәрби көнкүреш һәм хеҙмәт спецификаһы, шулай уҡ үҙе кисергән ауырлыҡтар, дошмандың илһөйәрлек рухын һүндерә алмауы тураһында һөйләй.
Гөлдәр Ҡадаева.