АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Февраль , 03:40

Уңыштар теләйек!

Сибай егете милли проект сиктәрендә үҙ эшен асҡан. Ул халыҡҡа ремонт һәм төҙөлөш эштәрендә хеҙмәт күрһәтә.

Уңыштар теләйек!Уңыштар теләйек!
Уңыштар теләйек!

Сибайҙан Эмиль Мансуров төҙөлөш һәм ремонт өлкәһендә үҙ эшен асты.

2025 йыл аҙағында Сибай ҡалаһында ремонт һәм төҙөлөш хеҙмәттәре баҙарында шәхси эшҡыуар Эмиль Инвилевич Мансуров үҙ эшмәкәрлеген башлай. Был өлкәлә ун йылдан ашыу тәжрибәгә эйә егет ҡала һәм Урал аръяғы, Силәбе өлкәһенең эргә-тирәләге райондарында йәшәүселәргә сифатлы һәм ышаныслы хеҙмәттәр тәҡдим итеү өсөн үҙ бизнесын булдырырға ҡарар итә. Ул тәүҙә «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһы хакимиәтендә консультация ала.

Бөгөн Эмиль Мансуровтың бизнесы киң спектрлы эштәрҙән тора: бетон эштәре, кафель һалыу, сантехника, көнкүреш техникаһын тоташтырыу, шулай уҡ мебель йыйыу һәм монтажлау. Бындай комплекслы алым клиенттарға уңайлы.

Эмиль Инвилевич: "Әлеге ваҡытта мин шәхси заказсылар менән әүҙем эшләйем. Үҙ мөмкинлектәремде киңәйтергә һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә тырышам",-ти.

Яҡын киләсәктә эшҡыуарҙың пландарында--ҡатмарлыраҡ һәм масштаблыраҡ төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарырға мөмкинлек биргән яңы профессиональ ҡорамалдар һатып алыу. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Эмиль Инвилевич социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам алырға ниәтләй.

Эмиль Мансуровтың үҙ эшен асыуы--был уның шәхси бизнесын үҫтереүгә аҙым ғына түгел, ә урындағы иҡтисадҡа индергән өлөшө, яңы эш урындары булдырыу һәм Сибайҙа һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә төҙөлөш һәм ремонт хеҙмәттәре баҙарында конкуренцияны арттырыу.

Сығанаҡ: Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте

Уңыштар теләйек!
Уңыштар теләйек!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас