Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар , 15:00

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр

Иң популярҙары – Әмир һәм Ева.

ЗАГС реестры йыл башында тыуған сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙе атаны. Иң һирәк ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһынан Джанетта, Нәфисә, Эйла, Этери һәм Лиланы билдәләп үтергә мөмкин. Ата-әсәләр улдарына Эмильян, Рәжәп, Файзо, Мелик, Танир тигән исемдәр ҙә һайлай.

Малайҙар араһында иң популяр исем – Әмир. Артабан Тимур, Мирон, Эмир һәм Михаил исемдәре килә. Киң таралған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Ева, Амелия, Әминә, Эмилия һәм София.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-18/eyla-i-fayzo-v-bashkirii-nazvali-samye-redkie-imena-novorozhdennyh-4540880

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас