Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Декабрь 2025, 09:05

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты, Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында тыуып үҫкән Айнур Мансур улы Ғүмәров өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды. Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ике тапҡыр еңеүсе Вадим Харисов һәм уның тренерҙары Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусылары Айнур Ғүмәров һәм Башҡортостан олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Маннанов Рәсәй Президенты премияһы лауреаттары булып танылды.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вадим Харисов, Сәғүд Ғәрәбстанында ICO халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһап, алтын миҙал яуланы, был уның һәм уның остаздарының бүләкләнеүенә сәбәп булды. Алтын миҙалдар өсөн премиялар бер миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәрҙең остаздары 250 мең һум ала.

Хәйбулла егете Айнур Ғүмәров Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, «Киләсәк медицинаһы» идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас