Сит илдәрҙән, шулай уҡ элекке Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге илдәренә ҡараған тарафтарҙан да документтар ЗАГС аша юллана.
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре эске эштәр министрлығы, хәрби комиссариаттар, суд приставтары, хәрби комендатуралар, прокуратура, федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа шундай органдарҙың туҡтауһыҙ ебәреп торған һорауҙарына яуап әҙерләй.
«Ғаилә» милли проектына ярашлы дәүләт ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен тормошҡа ашырыу ҙа бүлек эшмәкәрлегенең бер өлөшө. ЗАГС бүлеге йыл һайын 50,60,70 һәм 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын атамалы туйҙары менән ҡотлай. Йылына уртаса 40-50 пар тәбрикләнә.
Шулай уҡ ЗАГС бүлеге башланғысы менән түңәрәк һан аҫтында, 100-сө, 200-сө, 300-сө бала тыуыу тураһында актҡа теркәлгән сабыйҙарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич Назаровтың бүләктәре--фотоальбом һәм яңы тыуған сабыйға йыйылмаһын тапшыралар. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә бүлектә йылдың 500-сө сабыйы тыуыуы тураһында акт теркәлде. Тап Денис Назаров ярҙамы менән беҙҙең ЗАГС бүлеге бинаһына ремонт үткәрелде һәм никах залы, кейәү, кәләш бүлмәһе заманса төҫ алды.
-Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ, милләттәргә ҡағылышлы һорауҙар күп бирәләр. Нисә башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килде, күпме башҡорт балаһы тыуҙы?--тип һораусылар күп.-Һәр кешенең үҙ милләтен үҙе билдәләү хоҡуғы һыҙыҡ өҫтөнә алынған Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 26-сы статьяһына ярашлы яҙыла. «Һәр кем милләтен үҙе билдәләй һәм күрһәтә. Бер кемгә лә милләтен күрһәтеүҙә ирекһеҙләү булырға тейеш түгел»,--тиелә төп Законыбыҙҙа.
ЗАГС документтарында ата-әсәнең милләте тигән графа бар, балаларҙың милләтен--ата-әсәһе (уллыҡҡа, тәрбиәгә алыусылар), юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ кешеләрҙекен уларҙың опекундары күрһәтә.
Никах тураһында таныҡлыҡта кейәү менән кәләштең милләте күрһәтелә.
Йәғни, кеше үҙ милләтен 18 йәшкә етеп, никахҡа ингән саҡта күрһәтә ала. Бында ла ул, ата-әсәһенең ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән милләт һайлау хоҡуғына эйә.
Тик төрлө документтарҙа төрлө милләт күрһәтергә ярамай, милләтең бөтә ерҙә лә бер үк яҙылырға тейеш. Беҙҙең, башҡорт халыҡының төп бурысы иһә--балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе башҡорт итеп тәрбиәләү! Улар үҙ халҡы, милләте һәм теле менән ғорурланырға тейеш!
*
Радий Хәбиров: «Беҙҙе республикалағы демографик хәл бик борсой. Был иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Күп балалылыҡ һәр ваҡыт Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың бер һыҙаты булып торҙо. Әйҙәгеҙ, ошо традицияны һаҡлайыҡ. Үҙ сиратымда Башҡортостан Хөкүмәте балаларығыҙҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡ, тип әйтергә теләйем. Яңы, яҡты мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етерлек күләмдә булһын өсөн, балалар яҡшы спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай алһын өсөн. Улар сәләмәт, ҡыҙыҡһыныусан кешеләр булып үҫһен, үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын өсөн».
Рәсәй Президенты Владимир Путин:
«Һуңғы алты йылда Рәсәйҙең миллионлаған ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, шул иҫәптән 900 меңдән ашыуы--ғаилә ипотекаһы ярҙамында. Был программа 2018 йылда башланды. Тәүҙә уның менән ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр, һуңынан бер балалы ғаиләләр файҙалана алды. Төп база параметрҙарын һаҡлап ҡалып, уны 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итәм.
Әле өсөнсө бала тыуғас дәүләт 450 мең һум күләмендә ипотека кредитының бер өлөшөн ҡаплай. Шулай уҡ был норманың көсөн 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Ата-әсәләрҙең ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ирекле аҡсаһы күберәк ҡалырға тейеш.
Һалым ҡайтармаһына ҡағылышлы йыллыҡ килем 350 мең һумдан 450 мең һумға тиклем артырға тейеш. Һәм бындай сара автоматик рәүештә ғариза тапшырмайынса бирелә.
Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһы шулай уҡ 2030 йылға тиклем оҙайтылды.