Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2025, 14:40

Улар үрнәк һәр кемгә

Бөтә эшмәкәрлеген «Ғаилә» милли проектына ярашлы алып барған Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ошо көндәрҙә ике иҫтәлекле сара ойошторолдо. Сибай ҡалаһының тыуған көнөнә—70 йыллығына арнап 50,60 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары, быйыл ҡалала 500-сө сабый булып тыуған баланың ата-әсәһе тәбрикләнде.

Улар үрнәк һәр кемгә
Улар үрнәк һәр кемгә

Бөтә эшмәкәрлеген «Ғаилә» милли проектына ярашлы алып барған Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ошо көндәрҙә ике иҫтәлекле сара ойошторолдо. Сибай ҡалаһының тыуған көнөнә—70 йыллығына арнап 50,60 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары, быйыл ҡалала 500-сө сабый булып тыуған баланың ата-әсәһе тәбрикләнде.

Гөлназ һәм Артур Бурлачковтарҙың ғаиләһендә 14 ноябрҙә күптән көткән ҡыҙҙары тыуған. Уның тыуыуы тураһында акт тап 500-сө һан аҫтында теркәлгән. Ата-әсә бәләкәстәренә Арина тип исем ҡушҡан. Аринаның 12 йәшлек Роман, 11 йәшлек Дмитрий ағайҙары бар. ЗАГС бүлеге етәкселеге күп балалы ғаилә әүерелгән Бурлачковтарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы--Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Был көндө шулай уҡ ЗАГС бүлегенә 37 ғаилә пары саҡырылды. Шуларҙың береһе генә—Виктор Сергеевич һәм Валентина Николавна Слюсаренко быйыл гәүһәр туйҙарын билдәләгән. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына теүәл 60 йыл. Слюсаренколар 1965 йылда өйләнешкән. Ғаилә башлығы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында, Валентинтина Николаевна оҙаҡ йылдар мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡытҡан. Улар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөнгө көндә 6 ейәненең, 2 бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына һөйөп йәшәй.

-Бер-береңде тыңларға, хөрмәт итергә, һөйөүҙе һаҡларға кәрәк. Шул ваҡытта арағыҙға ел дә үтмәҫ, тормошоғоҙ ҙа алға тәгәрәр,--тине улар оҙаҡ бергә йәшәүҙәренең серҙәре менән бүлешеп.Ҡалған 37 пар алтын туйҙарына еткән. Шулай итеп—Шәкир Абдуллин һәм Миңнур Хәмидуллина, Михаил һәм Валентина Азаровтар, Владимир һәм Татьяна Акиловтар, Таһир һәм Венера Атауллиндар, Зөфәр һәм Ләйлә Байегетовтар, Сергей һәм Ольга Бессмертных, Ғәниулла һәм Вазима Вәлиевтар, Владимир һәм Галина Волковтар, Әйүп һәм Рәсимә Ғайсиндар, Илгиз һәм Ғәлиә Ғөбәйҙуллиндар, Рамаҙан һәм Марзиә Ғөбәйҙуллиндар, Мөҙәрис һәм Сания Зәйнуллиндар, Владимир һәм Галина Исаковтар, Ибраһим һәм Фәрзанә Ишемғоловтар, Салауат һәм Фариҙә Ишемғоловтар, Владимир һәм Надежда Карпенко, Петр һәм Антонина Корневтар, Александр һәм Татьяна Кривошеевтар, Владимир һәм Валентина Маганёвтар, Марат һәм Надежда Мөхәмәтовтар, Рәфҡәт һәм Гөлнур Нәбиуллиндар, Владимир һәм Ольга Паскидовтар, Йыһаннур һәм Флюрә Рахманғоловтар, Сәлимйән һәм Зәйтүә Сабитовтар, Валерий һәм Надежда Семеновтар, Михаил һәм Сәүиә Симоновтар, Рөстәм һәм Анета Таһировтар, Юрий һәм Любовь Турбиндар, Риф һәм Гөлбикә Торомтаевтар, Дәүләткилде һәм Фаниә Хабиловтар, Мырғағәле һәм Нәсимә Хәлимовтар, Морат һәм Сәүҙә Хамматовтар, Раҙазан һәм Рәзифә Черемышиндар, Владимир һәм Наталья Шумилиндар, Ғәфүр һәм Зифа Йәғәфәровтар, Марат һәм Мәрүәр Йәнтүриндар, Дамир һәм Зәлифә Яхиндар ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә йәшәгән.

Юбиляр парҙарҙы ғүмерҙәренең матур мәлдәренә етеүе менән ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева сәләмләне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы--Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың ярҙамсыһы Динара Шәкирова иһә депутат исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡәҙерлеләрен гәүһәр, алтын туйҙары менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, дуҫтары, туғандары ҡотланы. Шулай уҡ уларға ҡаланың мәҙәниәт усаҡтарының ижади коллективтары ҡушылып, үҙҙәренең дәртле йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. Сара һуңында оло кейәүҙәр өлкәнәйә төшкән кәләштәрен ғаилә вальсына саҡырҙы.

Алтын туйҙарын билдәләүсе Дамир Үрнәк улы һәм Зәлифә Зәкир ҡыҙы Яхиндар бүләк алғандан һуң ЗАГС бүлегенә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы--Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа матур тантана уҙғарыуҙары, бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

-Беҙ танышҡанда миңә 14, иремә 15 кенә йәш ине. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында 6 балалы ғаиләлә баш бала. Беҙ Сибайҙа торҙоҡ, 5 бала үҫтек. Таулыҡайға өләсәйемә барып йөрөгәндә дуҫлашып китте. 10 йыл бер-беюеҙҙе һынағандан һуң ғына өйләнештек. Туйыбыҙ Таулыҡайҙа үтте. Ҡапма-ҡаршы ғына йорттарҙа туйыбыҙ гөрләп 3 көн дауам итте,--тип һөйләне Зәлифә Зәкир ҡыҙы йәшлек йылдарын иҫләп.-Шул тиклем матур ғаиләгә килен булып төштөм. Үҙем ғүмер буйы Сибай педагогия колледжында уҡыттым, ирем Башмедьстрой тресында эшләне. Ике бала үҫтерҙек, ике ейәнебеҙ бар. 50 йыл ғүмеребеҙ 1 көн кеүек кенә үтте. Яҙмышыма рәхмәтлемен, тормош иптәшемдән уңдым.

Уларҙың һүҙҙәрен Галина һәм Владимир Исаковтар ҡеүәтләне:

-Беҙ ҙә йәшләй генә таныштыҡ. Ирем ул ваҡытта Сибай автомәктәбенә Йылайыр ауыл хужалығынан килеп уҡып йөрөй ине. Армиянан ҡайтҡас өйләнештек. Ике ул үҫтерҙек. Башта Ҡаҙағстанда, унан Силәбе өлкәһендә йәшәнек. Тыуған ер тартҡас, ҡайтып төпләндек. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ҡыуаныбыҙ. Бер ейәнебеҙ 2 йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның алғы һыҙыҡтан тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Таусылар төйәгенең үҫешенә тос өлөш индергән Рәфҡәт һәм Гөлнур Нәбиуллиндар, береһән-береһе талантлы 3 ҡыҙ үҫтергән Сәлимйән һәм Зәйтүнә Сабитовтар ҙа бергә оҙаҡ йылдар йәшәүҙең сәбәбе—бер-береңде аңлау, берең ут булғанда, икенсең һыу булыу, тине. Йәштәргә өлгө булған юбиляр парҙарҙың һаман да бер-береһенә һөйөү, ихтирам менән ҡарауы, хәстәрлекле булыуҙары һоҡландырҙы. Киләсәктә алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙың барыһын да гәүһәр туйҙарында ҡотларға насип булһын!

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас