

Ҡалала эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән тотош ғаилә династияларының да барлыҡҡа килеүе маҡтауға лайыҡ. Шундайҙарҙың береһе—Зәйҙуллиндар. Күптән түгел Алина Зәйҙуллина тырышлығы менән Сибайҙа тиҙлек һәм адреналин яратыусылар өсөн тәүге ябыҡ картинг-клуб асылды. Проект төҙөү идеяһын Алина Зәйҙуллинаға уның эшлекле партнеры Динислам Фәхрисламов тәҡдим иткән. Клуб хужалары белдереүенсә, был сибайҙар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк. Сөнки картинг-клубтың асылыуы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, шулай уҡ эш урындары булдырыуға һәм Сибайҙың спорт инфраструктураһы үҫешенә булышлыҡ итә.
«Kart City» картинг-клуб төрлө йүнәлештәге боролоштар конфигурацияһы булған заманса трассаны, төрлө әҙерлек кимәлендәге уҙышсылар өсөн хәүефһеҙ ҡорамалды, уңайлы ял зонаһын, уҙышсыларға һөҙөмтәләрҙе секундтың йөҙҙәрсә өлөштәренә тиклем аныҡлыҡ менән күҙәтеп барыу мөмкинлеген биргән телеметрия системаһын үҙ эсенә ала. Неон яҡтыртҡыс хәүефһеҙлекте тәьмин итеп кенә ҡалмай, трассаны футуристик уҙыш трегына әүерелдерә.
Тиҙлек һәм уҙышты яратыусылар картинг-клубтың мөмкинлектәрен үҙҙәрендә һынап ҡараны ла инде.
Артабан да заман талаптарына яуап биргән, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән төрлө ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү,
ғөмүмән, әүҙем тормош рәүешен пропагандалаған урындар күберәк асылыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Бөгөн йәштәр ҙә, оло быуын да сәләмәт тормошто үҙ итә, спорттың төрлө өлкәләрен һайлай.