АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Октябрь 2025, 18:35

“Уҡытыусы эше һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше”

Талантлы, ижади, алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле уҡытыусылар эшләй Хәйбулла районы мәктәптәрендә. Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Сиҙәм мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Рәйлә Фәйзуллинаға хас.

“Уҡытыусы эше һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше”“Уҡытыусы эше һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше”
“Уҡытыусы эше һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше”

Һөнәри байрамдары алдынан тәжрибәле уҡытыусы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

-Рәйлә Әхиәр ҡыҙы, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?

 

-Хеҙмәт юлымды 5-се курста уҡығанда практика мәлендә үҙем уҡыған Учалы районы Ҡотой мәктәбендә эшләүҙән башланым, ярты йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым. 1993 йылда институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районы Сиҙәм мәктәбенә эшкә килдем һәм ошо көнгәсә был белем усағында уҡыусыларға белем бирәм.

 

- Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?

 

- Беренсенән, мин һәр саҡ яңынан-яңы нимәлер өйрәнергә, эҙләргә,уҡырға ярата инем. Ә ул өйрәнгән яңылыҡтарҙы,йыйған белемде кемгәлер өләшергә теләк булыуы беренсе аҙым булһа, икенсенән, үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларым менән һоҡланыу ҙа һайлауҙа ҙур роль уйнағандыр. Минең алда бер генә һорау торҙо: математика уҡытыусыһы булырғамы, әллә әҙәбиәт уҡытыусыһымы тигән. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, ижад итергә ынтылыш еңеп сыҡҡандыр күрәһең. Шуны әйтергә кәрәк: уҡытыусыларымдан уңдым, мәктәптә уҡығанда ла, институтта белем алғанда ла көслө, белемле, һәләтле остаздарым булды. Уларға һәр саҡ рәхмәтлемен.

 

- Тәүге эш көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме?

 

-Сиҙәм мәктәбендәге тәүге эш көнөмдө бөгөнгөләй хәтерләйем. Мәктәпкә ул йылда күп кенә йәш уҡытыусылар килгән ине. Директор Юлай Сиражетдинов линейкала һәр беребеҙ менән таныштырып, уңыштар теләп, бүләктәр тапшырҙы. Тәүге йылдарҙа уҡ 36 сәғәт менән эш башланым, шуға күрә ярты йыл класһыҙ эшләнем. Яңы йылдан һуң ғына 5-се класҡа класс етәксеһе итеп тәғәйенләндем. Башҡорт теленән тәүге дәресте 7-се класта үткәрҙем. Башҡорт төркөмө булһа ла, балалар башҡортса һөйләгәнде аңлап етмәйҙәр ине, шулай ҙа минең һүҙҙәремде иҫтәре китеп тыңлап ултырғандары әле лә хәтеремдә.

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас