

Һаулыҡ һаҡлау
Республика Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған Хөкүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһендә фельдшерҙарға рәхмәт белдерҙе һәм төбәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү буйынса эш дауам ителәсәген билдәләне.
Башҡортостан ФАП-тар һаны буйынса илдә лидер булып ҡала. Республикала 2071 ауыл модулле медицина учреждениеһы эшләй. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, төбәктә күбеһенсә ауыл халҡы йәшәй һәм уларҙы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү--мөһим бурыс. Башлыҡ Иглин, Кушнаренко, Нуриман, Саҡмағош, Салауат, Асҡын, Ғафури һәм Ҡалтасы райондарында һигеҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылыуға старт бирҙе. Ул республикала ауыл ерендә медицинаның ролен һәм әһәмиәтен аңлауын билдәләне һәм ауыл фельдшерҙарына һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
-2019 йылдан 2024 йылға тиклем «Һаулыҡты һаҡлау» милли проекты буйынса 608 модулле конструкция урынлаштырҙыҡ. 2025 йылға пландарҙа, яңы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә, тағы ла 134, шуларҙың 120-нән ашыуы төҙөлгән. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, элементар уңайлыҡтарһыҙ ағас биналар үткәндәрҙә ҡала. Уларға алмашҡа уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар килә,--тине Радий Хәбиров кәңәшмәлә.
Шулай уҡ Хөкүмәт оперативкаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республика етәксеһенә «Һанлы ФАП» проектын индереү тураһында хәбәр итте. Был программа Башҡортостанда 2023 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында урындағы фельдшерҙар ЭКГ мәғлүмәттәрен Өфөгә белгестәргә дистанцион тапшыра, льготалы дарыуҙарға электрон рецептар яҙып бирә, больничныйҙы асыу һәм ябыу, телемедицина консультацияларын ойоштора ала.
-Был пациенттарҙың тормошон һәм табиптарҙың эшен еңелләштерә,--тип билдәләне Радий Хәбиров.-Беҙ ауылда фельдшерҙар мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәштек. Бөгөнгө көндә кадрҙар менән тәьмин итеү 99 процентҡа яҡын тәшкил итә. Асылда, был кешеләр халҡыбыҙҙың һаулығы өсөн көрәштә иң алда тора.
Кәңәшмәлә онлайн рәүештә ҡатнашҡан һуң Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Ғатина баш шәфҡәт Гөлназ Билалова, ойоштороу-методика бүлеге мөдире Илдар Бәхтийәров, медицина эшмәкәрлеге сифатын һәм хәүефһеҙлеген контолдә тотоу эске бүлеге мөдире Гөлнара Рысҡужина менән берлектә Иҫке Сибай һәм Татлыбай ауылдарының фельдшер-акушер пукттарында булды.
Иҫке Сибай ауылының табип амбулаторияһы районда иң ҙур медицина учреждениеһы булып иҫәпләнә. Ул 4643 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 1134-е балалар, 3509-ы өлкәндәр.
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проекты сиктәрендәге федераль һәм республика программаларына ярашлы амбулаторияның матди-техник торошо күпкә яҡшырған. 4 йыл эсендә күләмле эштәр атҡарылған: ҡыйығы капиталь ремонтланған, канализация һәм һыу үткәргестәр, тәҙрә һәм ишектәр тулыһынса алмаштырылған, иҙән яңыртылған, стена, түбәгә косметик ремонт яһалған.
Ауыл халҡын 6 табип-белгес, 11 шәфҡәт туташы һәм фельдшер һәм 5 эшсе персонал хеҙмәтләндерә.
-Кемдәр Иҫке Сибай дауалау амбулаторияһына йөрөй, ундағы ыңғай үҙгәрештәргә иғтибар итмәй ҡалмай. Табиптарыбыҙ һәм башҡа персонал, айырыуса ауырыуҙар өсөн заманса шарттар тыуҙырылыуына ҡыуанмаған кеше юҡ.
Дауалау амбулаторияһының баш табибы Варис Шакировҡа иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Учреждениеның ябылмай, ошоғаса уңышлы эшләп килеүендә нәҡ уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ! Иҫке Сибайҙа йәшәй башлаған көнөмдән амбулатория хеҙмәткәрҙәре мине һәр яҡлап иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алды. Амбулаторияның өлкән шәфҡәт туташы Рәмзәлиә Кәримова вазифаһын да намыҫ менән башҡара. Терапевт-кардиолог Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Ҡадаеваға ла рәхмәтем сикһеҙ! Процедуралар кабинетында эшләгән Әлифә Ильяс ҡыҙы Нурасова менән Рәзидә Илшат ҡыҙы Сибаевалар һәр кешегә иғтибарлы.
Мин үҙем диабеттан ауырыйым, инвалидлыҡ төркөмөм дә бар. Инсулин--минең төп йәшәү сығанағым. Ошо һәм башҡа кәрәкле дарыуҙар менән өҙөклөктәрһеҙ тәьмин иткәндәре өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ дауалаусыларыма! Күп осраҡта Баймаҡтан үҙҙәре үк өйөмә килтереп, ҡулыма тапшыралар, зарури осраҡта Сибай һәм Баймаҡ дауаханаларынан һатып та алалар. Иҫке Сибай дауалау амбулаторияһының бар хеҙмәткәрҙәре лә ауырыуҙар хаҡында хәстәрлекте алғы планға ҡуйып эшләй һәм шуның менән оло хөрмәткә, маҡтауға лайыҡ!—тине йәмәғәт фекере лидеры, йәмәғәт хәбәрсеһе Мотал Рәмов.
Татлыбай ауылының фельдшер-акушер пунктында 210 кешегә, шул иҫәптән 44 балаға
беренсел медицина ярҙамы күрһәтелә. Фельдшер-акушер пункты--дауалау һәм һауыҡтырыу саралары комплексын үткәреүҙә, шулай уҡ санитар-эпидемияға ҡаршы эштә мөһим роль уйнай. Фельдшер Миләүшә Дәүләтбирҙина билдәләнгән график буйынса ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән балаларҙы ла, өйҙә амбулатор ҡабул итә һәм хеҙмәтләндерә. Кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған хәлдәрҙә ашығыс ярҙам күрһәтә. Медицина учреждениеһы кәрәкле медицина техникаһы, мебель менән йыһазландырылған. Хатта ЭКГ-аппарат, спирометр, дефибриллятор, фармацевтик һыуытҡыстар, күҙ эсендәге баҫымды үлсәү өсөн тонометр ҙа ҡуйылған.
Тикшереүсе табиптар әйтеүенсә, отчеттарҙы ҡарап мәғлүмәт алғанға ҡарағанда үҙ күҙҙәренең менән бүлектең эшмәкәрлеген, хеҙмәт шарттарын күреү, персонал һәм халыҡ менән аралашыу күпкә отошло.
-Хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланыҡ, киләһе йылдарға пландар билдәләнек. Ауыл ерендә, халыҡ өсөн, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләүе оло ҡыуаныс.
ФАП-тарҙың барлыҡҡа килеүе, шулай уҡ бөтә медицина структураһын модернизациялау менән бәйле мәсьәләләр властың юғары эшелондары контроле аҫтында булыуы осраҡлы түгел. Медицина учреждениеларын үҫтереү һәм яңыртыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ,--тине Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Ғатина.
Гөлдәр Ҡадаева.