АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
24 Июль 2025, 05:10

Илештәр килде

Баймаҡ районы Илеш районының бер төркөм ветерандарын ҡабул итте. Район сигендә йыр һәм бейеүҙәр менән уларҙы Билал ауыл биләмәһе халҡы ҡаршы алды.

Илештәр килдеИлештәр килде
Илештәр килде

 

Тур программаһы бик бай була: ҡунаҡтар Талҡаҫ күле буйында йөрөп, күлдең һәм Ирәндек һырттарының иҫ киткес күренештәренән ләззәт ала, саф һауа һулай һәм фотоға төшөрә. Баймаҡ ҡалаһында «Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығында булалар. Был музей-ҡурсаулыҡ башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын, тәбиғи-ландшафт төрлөлөгөн һәм традицион мәҙәниәтен сағылдыра. Ветерандар төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында күберәк белде, башҡорт халҡының тормошо һәм көнкүреше менән бәйле экспонаттар менән танышты. Артабан ҡунаҡтар мемориалға сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Ҡала үҙәгендә, яңы балалар поликлиникаһында, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булдылар. Уҡыу йортонда маскировкалау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресен ҡаранылар.

Бындай осрашыуҙар илһамландыра, райондар дуҫлығын нығыта.

Был сәфәр «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһына ярашлы ойошторолдо. Әйткәндәй, был программа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығы менән ғәмәлгә ашырыла. Ул бер сығышында былай тигәйне: «Пенсионерҙар хаҡлы ялға сығалар ҙа үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр, өйҙә генә ултыралар. Ә беҙ уларға йәшлектәренә ҡайтырға мөмкинлек бирәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был бик шәп проект, шуға күрә программаны дауам итәбеҙ».

 

Беҙҙең замандаштар ҙа был проектты хуплай.

—Эйе, күптәрҙең сит илгә сығыу түгел, Башҡортостанда йөрөү мөмкинлеге юҡ, айырыуса ололарҙың. Был проект өлкәндәргә республиканың матур төбәктәре менән танышырға мөмкинлек бирә,—ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.


Илештәр килде
Илештәр килде
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас