АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
28 Май 2025, 06:00

"Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында капиталь ремонт бара

Сибай ҡалаһының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында капиталь ремонт бара. Мәғариф учреждениеларын яңыртыу – балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә уңайлы шарттар тыуҙырыу ғына түгел, хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеү ҙә.

Сибай ҡалаһының иң алдынғы балалар баҡсаһы булған “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында капиталь ремонт эштәре “Ғаилә” милли проектының “Ғаиләгә ярҙам” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Проектты шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла күҙәтеү аҫтында тота.

Балалар баҡсаһын яңыртыу эштәре яңы ғына башланып тора. Төҙөлөш йәй буйы дауам итәсәк.

Балалар баҡсаһында капиталь ремонт 15 авгусҡа ҡәҙәр дауам итәсәк. Яңы уҡыу йылын балалар капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған бинала башлаһын өсөн етәкселек барлыҡ көсөн һала. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бында илебеҙҙең, төйәгебеҙҙең киләсәге тәрбиәләнә, белем ала.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас