

Йәмле Һаҡмар буйында тыуып үҫеп, уның һыуында ҡойоноп, Сәйғәфәр ауылы янындағы Ташҡабаҡ тауы ҡаяларына үрмәләгән саҡтарҙа ҡыҙ һәр ваҡыт тирә-яҡҡа һоҡлана, хайуандар, үҫемлектәр донъяһын күҙәтә. Тәбиғәт уның күңелен тотошлайы менән биләп ала. Шуға ла ул һөнәрен ошо өлкәгә бәйле булыуын теләй. Һәм әлеге көндә балаларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләп, туризм тармағын өйрәтеп кенә ҡалмай, уларҙы ярыштарға әҙерләй, төрлө тарафтарға экскурсия-походтарға алып йөрөй.
-Өҫтәмә белем биреү педагогы булараҡ, ҡала мәктәптәрендә төркөмдәр йыйып, шулар менән эшләйем. Атап әйткәндә, “Ирәндек” лицейында, 7-се, Арҡайым ҡасабаһы мәктәптәрендә "Экологик именлек" милли проектына ярашлы, 1-8-се класс уҡыусылары менән туризм, тирә-яҡты өйрәнеү буйынса өҫтәмә дәрестәр алып барам. Балалар оҡшата, бик теләп шөғөлләнә,--ти эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы.-Уҡыусылар менән Күсейгә, Шүлгәнташҡа, Яҡтыкүлгә, Абҙаҡҡа походҡа сыҡтыҡ. Сибай янындағы барлыҡ матур урындарҙы барып күрҙек. Туризм, урында ориентирлау, саңғы туризмы буйынса ҡала ярыштарында ҡатнашабыҙ. Ошо көндәрҙә “Хәүефһеҙлек мәктәбе” ҡала конкурсында мөмкинлектәрҙе һынап ҡарарға әҙерләнәбеҙ. Йәйге каникул башланғас та ҡала ситендәге “Юлдаш” балалар лагерында ойоштороласаҡ “Штурм” туристик профилле сменаһына уҡыусыларҙы алып барабыҙ.
Арҡайым башланғыс мәктәбе уҡыусылары уны айырыуса көтөп ала. Беҙҙең башланғыс мәктәптә уға 2-4-се клас уҡыусылары, шулай уҡ ҡала мәктәптәрендә белем алған уҡыусылар ҙа йөрөй. Ябай, баҫалҡы, мөләйем уҡытыусы балаларҙы тиҙ генә үҙенә йәлеп итте. Һәр дәресте көтөп алалар, ихлас йөрөйҙәр. Кабинетта ғына уҡып ҡалмайҙар, төрлө ергә экскурсияларға сығалар, хатта класыбыҙ менән уның оҙатыуында күрше өлкәгә аквапаркка барып ҡайттыҡ.Уҡыусылары ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошторолған күргәҙмәләрҙе ҡалдырмай. Ҡар иреп бөтөү менән яҙҙың тәүге сәскәләре--умырзаяларҙы күрергә барҙылар.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған Сәлиә Сынбулат ҡыҙы. Ире--юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Динар Рәжәп улы Шөғөров менән Илназ исемле ул тәрбиәләйҙәр. Йәштәр Арҡайым ҡасабаһынан ҙур йорт һатып алған. Үҙ эшен яратып башҡарған педагогҡа артабанғы тормошонда ла гел уңыштар юлдаш булһын!
Гөлфиә Күлбаева, Арҡайым башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.