АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
23 Май 2025, 04:45

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Быйыл Башҡортостанда 9-сы класты--50 меңдән ашыу, ә 11-се класты 15,5 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай. Мәктәптәрҙә ҡыңғырау байрамы шәмбе--24 майҙа үтә. Унан ҡыҙҙарүегеттәрҙе имтихандар көтә. 9-сы кластарға аттестат—27, 11-селәргә 28 июндә тапшырыла. Ҡалабыҙҙың иң алдынғы белем усаҡтарының береһе—9-сы лицейҙан 54 11-се класс уҡыусыһы сығарылышҡа әҙерләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһы юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, оло тормошта үҙ юлын табырға хыяллана. 11 А класы уҡыусыһы Искәндәр Йосопов уҡыу алдынғыһы. Бәләкәй сағынан тик 5-ле билдәләренә генә өлгәшкән егет мәктәпте алтын миҙалға тамамларға ниәтләй. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән Искәндәр техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортона уҡырға инергә уйлай. Гитарала уйнай, спортты үҙ итә.

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

 

Наҙгөл Солтанова ла уҡыу алдынғыһы, ул да алтын миҙалға ынтыла. Математика, физика, география фәндәре, инглиз теле буйынса ҡала олимпиадалары еңеүсеһе. Киләсәктә программист һөнәрен үҙләштереү теләге менән яна.

Арина Каплина яҡшы уҡыуы менән бер рәттән лицей тормошонда әүҙем ҡатнаша, оҫта волейболсы. Йыл әүҙемсеһе булып танылған ҡыҙ ирекмәнлек менән дә шөғөлләнә. Белем усағы махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә гуманитар ылау йыйғанда Арина айырым тырышлыҡ күрһәткән. Физкультура уҡытыусыһы, тренер йә булмаһа психолог булырға хыяллана.

Виктория Буранбаева "Экологик именлек" милли проектына ярашлы уҙғарылған биология һәм экология буйынса Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһында көсөн һынап ҡараған. Тәбиғәткә ғашиҡ ҡыҙ шиғырҙар яҙа, хатта Сибай типографияһында тәүге шиғырҙар йыйынтығын да баҫтырып сығарған. Виктория балет бейеүе менән шөғөлләнә, ҡул эштәренә лә әүәҫ.

Оло тормошҡа аяҡ баҫырға торған йәштәргә аҡ юл теләйбеҙ! Барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашһын!   

Гөлдәр Ҡадаева.

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас