АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Май 2025, 05:15

Фельдшер уҡытыусы

Баймаҡ районының Аҡморон ауылында 1973 йылдың 20 ғинуарында тыуған Зөлфиә Дамир ҡыҙы мәктәптән һуң Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортонда фельдшер һөнәрен үҙләштергәс йүнәтлмә буйынса Йылайыр районының Һабыр ауылына эшкә бара. Билдәле, ҡыҙҙар эшкә барған ерендә кейәү ҙә таба. Зөлфиә Дамир ҡыҙы ла мәңгелек мөхәббәтен Һабырҙа осратып, ауылдың иң шәп егеттәренең береһе булған Зиннәт Түәлбаевҡа тормошҡа сыға. Медицина һөнәренә эйә булған ҡатын Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Юғары белем алғас, 2000 йылда мәктәпкә эшкә бара һәм ошо көнгәсә мәғариф өлкәһендә ал-ял белмәй эшләй. Зөлфиә Дамир ҡыҙы шәп уҡытыусы ғына түгел, 6 балаға ғүмер бүләк итеүсе әсә лә. Уның түшен «Әсәлек даны» миҙалы биҙәй.

Фельдшер уҡытыусыФельдшер уҡытыусы
Фельдшер уҡытыусы

Балалары ҙур ерҙә уҡып белем алһын өсөн Түәлбаевтар Һабырҙан район үҙәге Йылайырға күсеп сыға. Ғаилә башлығы Зиннәт Ғәлиулла улы сәнғәт кешеһе. Түәлбаевтарҙың балалары ла ата-әсәһенә оҡшап бик тырыш, эшһөйәр, әүҙем. Өлкәндәре мәктәпте, уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап хәҙерге көндә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй. Зиннур улдары энергетика өлкәһе белгесе булһа, Зиниәләре Өфө дауаханаларының береһендә табип-терапевт. Уларҙан ҡала килгән ике балалары юғары уҡыу йорто студенттары. Кинйә ҡыҙҙары әле мәктәптә уҡый. Зиннур уҡыусы сағында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулай. Зиниә бәләкәй фәндәр академияһы еңеүсеһе була. Түәлбаевтарҙың уңыштарын һанай китһәң, аҡ ҡағыҙ биттәре етмәҫ. Һәр уңыш башында, әлбиттә, әсәйҙәре Зөлфиә Дамир ҡыҙының тырышлығы ята.

Зөлфиә Түәлбаева Йылайыр ауылының башҡорт гимназияһында биология фәненән уҡыусыларға белем биреп кенә ҡалмай, мәктәп урмансылығын да етәкләй. Былтыр уның уҡыусыһы Ульяна Мамыкина Хабаровскиҙа үткән «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының «Урманды файҙаланыу һәм уны тергеҙеү. Юниорҙар» компетенцияһында 2-се урын яулай. Уҡытыусы уҡыусылары менән "Экологик именлек" милли проектына ярашлы уҙғарылған «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына йыл да әүҙем ҡушыла.

Зөлфиә Дамир ҡыҙы уҡытыусылар араһында ойошторолған район, республика кимәлендәге ярыш, конкурстарҙа бик теләп ҡатнаша. Быйыл да районда үткән «Йыл уҡытыусыһы-2025» конкурсында лауреат булып танылған. Уҡытыусы йәштәрҙең остазы ла. Йәш педагогтарға проект һәм тикшереү эштәре яҙырға өйрәтә, грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар тултырыша. Кешелекле, кеселекле, хәстәрлекле, ярҙамсыл булғаны өсөн уны коллегалары профком рәйесе итеп һайлап бер ҙә яңылышмаған. Ата-әсәләр ҙә педагогтан уңыуҙарын йәшермәй. Уҡыусылары иһә Зөлфиә Дамир ҡыҙының ауыҙына ғына ҡарап тора. Ҡыҙыҡлы теманы үткәреп ебәреп ҡуймайыҡ тип биология дәресен ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Биология уҡытыусыһы менән берлектә гимназия яны биләмәһендә еләк, йәшелсә-емештең, ағас-ҡыуаҡтарҙың ниндәйен генә үҫтермәйҙәр! Бында беҙҙең яҡ өсөн ят үҫемлектәрҙе лә осратырға мөмкин. Зөлфиә Дамир ҡыҙы балаларға үҙ фәненән белем биреп кенә ҡалмай, тормошта үҙ юлыңды табырға, һынау, ҡаршылыҡтар алдында баш эймәҫкә, ныҡ булырға ла өйрәтә.

Гөлдәр Ҡадаева.

фото уҡытыусының шәхси архивынан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас