

-Был биләмәлә башлыса ҡайын, уҫаҡ ағастары үҫә. Беҙҙең төп бурыс--урманды һаҡлау. Ҡайһы берәүҙәр урманға инә лә ағас ҡырҡа башлай. Был ҡәтғи тыйыла. Сөнки, Ирәндек тауы тәбиғәт паркы булып иҫәпләнә, шуға ла беҙҙең урмандар яҡлаулы, айырым яҡлаулы ерҙәр булып иҫәпләнә,--тип һөйләй урмансы Илдус Сәфәрғәли улы.-Тәбиғәттең йәшел ҡалҡанына зыян килтеүселәрҙе беҙ аямайбыҙ. Уларҙы тотҡандан һуң, эште прокуратураға бирәбеҙ. Әйтергә кәрәк: штрафтар күләме бик ҙур. Яҡлаулы, айырым яҡлаулы ерҙәр булараҡ беҙҙең биләмәлә штраф күләме 2, хатта 3 тапҡыр арттырыла.
Урмансы әйтеүенсә, Иҫәнбәт ауылы яғындағы урмандан 55 төп ҡайын ағасы ҡырҡып, уны утын итеп һатыусыны уғрылыҡ урынында фаш иткәндәр. Һөҙөмтәлә уға
1 миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Шулай уҡ Газель машинаһы дәүләт файҙаһына тартып алынған. Еңел автомобиленә арест һалынған, штрафын түләп бөткәнсе уның менән йөрөй алмай.
Кешеләр урмандан ҡоро-һары утынды (валежник) алһалар ҙа, ул урында тәртип булдырырға, олонан алһалар, ботағын өйөп китергә тейеш. Шулай уҡ утынды алғанға тиклем һәм унан һуңғы хәлде фотоға төшөрөп алырға бурыслы. Был күренеш утын алып ҡайтып барғанда урмансылар йәки полицияға туҡтатһа, шуларға күрһәтер өсөн кәрәк.
Ҡайындың осо һынып төшкән икән, уны алырға ярай. Тик һынған ағастың төбөн киҫергә ҡушылмай. Биләмәлә санитар ҡырҡыу ойоштороу маҡсатында 60-70 йәшкә еткән ҡайындарҙы ҡырҡыу, йәки һирәкләтеү рөхсәт ителә, тик буйынан-буйына ҡырҡырға ярамай.
Темәс, Икенсе Этҡол, Юлыҡта, Ишбирҙе яҡтарындағы йәшел биләмәләр эксплуатацион урманға инә . Шуға ла ул тарафтарҙа делянка алып, урман ҡырҡыу рөхсәт ителә.
-"Экология" милли проектына ярашлы урман ултыртыу буйынса эш башларға торабыҙ. Быйыл Ғәле ауылы яғында 15 гектар майҙанға ҡарағай ултыртырға иҫәп тотабыҙ. 2021 йылда янған ерҙәрҙән ҡороған, янған ағастарҙы халыҡҡа утын итеп бирәбеҙ. Ауыл биләмәләре утынға күпләп заказ бирә, айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен утын менән тәьмин итергә теләүселәр күпләп мөрәжәғәт итә. Тап шул таҙартылған урындарға ағас ултыртасаҡбыҙ,--тип һөйләй урмансы.-Йәш ҡарағай үҫентеләрен махсус питомник эшселәре килеп ултыртасаҡ. 1 гектар майҙанда 4 мең төп ағас ултыртылырға тейеш. Беҙҙең маҡсат—эш барышын контролдә тотоу, ҡабул итеп алыу, көҙ инвентаризация уҙғарыу.
Урмансынан беҙҙең яҡтағы урмандарҙа айыу бармы тип тә һораныҡ.
-Әлбиттә, бар. Иҫке Сибайҙан сыҡҡас та урманда айыуҙар йөрөй. Улар—урман хужаһы. Тыныслығын боҙоп йөрөүселәрҙе хайуандар ҙа яратмай. Икенсе Этҡол ауылында күптән түгел генә аяныслы хәл булды—айыу бер ирҙе ботарланы. Йәй көнө еләк, бәшмәк йыйыусылар ҙа йыртҡыстарға күпләп тарый. Бик һаҡ булырға кәрәк,--тине Илдус Сәфәрғәли улы.
Урмансыны шулай уҡ янғындар хәүефе борсой.
Һауа температураһының күтәрелеүен, эргә-тирәләге биләмәләрҙә ҡоро үләндең янып китеүен һәм термик нөктәләр тураһында йыһан мониторингы мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асылған, ә 1 майҙан көҙгә ҡәҙәр республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индереләсәк.
Биләмәлә янғындар булып тора. 106-сы тимер юлы станицияһынан Моҡас яғына ҡарай баҫыу, ағас посадкаһына утҡапҡан. Янғынды ваҡытында дөйөм көс менән туҡтатыуға өлгәшкәндәр.
- Йыһазландырылмаған урында, ҡоро үләндә, ағас аҫтында, торфлы урында, янған йәки зыян күргән урман участкаларында усаҡ яғырға ярамай.Юл ситенә, автомобиль юлдары буйлап, урманда, баҫыуҙа тоҡанған шырпы һәм тәмәке төпсөктәре, быяла, пластик шешә, майлы, бысраҡ әйберҙәр ташламағыҙ.Шәхси участкағыҙ тирәһендәге ҡоро үләнде сабығыҙ.Янғынға шаһит булһағыҙ, 112 һандарына шылтыратығыҙ,--тип иҫкәртте урмансы.-Урманда ут менән һаҡһыҙ эш итеүселәргә 10-20 мең, вазифалы шәхескә--50 мең һумға тиклем, юридик шәхескә 400-800 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.
Гөлдәр Ҡадаева.