АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Март 2025, 08:30

Оло маҡсаттар менән - алға!

-Дәүләт комитетын министрлыҡҡа үҙгәртеүгә шатбыҙ. Сибай йәштәре әүҙем, дәртле, яңылыҡҡа ынтылыусан, идеялы, иң мөһиме рухлы булыуы менән башҡаларҙан айырыла. Йәштәр өсөн ҡалала күп эшләнә. Айырыуса башҡорт йәштәрен берләштереүгә, дөрөҫ юл күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының мин етәкләгән йәштәр комитеты эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына эйә булды,--ти Сибай балалар ижады үҙәге рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы йәмәғәт йәштәр палатаһы ағзаһы Фәрүәз Рафиҡов.

Оло маҡсаттар менән - алға!Оло маҡсаттар менән - алға!
Оло маҡсаттар менән - алға!

Оло маҡсаттар менән – алға!

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының министрлыҡҡа үҙгәртелеүе тармаҡтың үҫешенә стратегик әһәмиәт бирелеүе тураһында һөйләй. Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа йәштәр менән эшләүгә иғтибар көсәйтелә. Министрлыҡтың да төрлө мәсьәләне хәл итеү буйынса вәкәләттәре киңерәк буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та йәштәр тормошона айырым иғтибар бүлә. Ул һәр ваҡыт «Патриот» хәрби-патриотик паркында, вуз-ара кампус майҙансығында, йәштәр биләмәләрендә осрашыуҙар үткәрә.

Дәүләт комитетын министрлыҡҡа әүрелдереү юҡҡа түгел. Йәштәргә иғтибарҙың тағы ла көслөрәк булыуы шарт. Сөнки йәштәргә ситтән хәүеф янай, енәйәти эшмәкәрлек әһелдәре ҡарауыллап ҡына йөрөй, саф күңелдәргә ҡара орлоҡ һалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Ә беҙҙең, өлкәндәрҙең бурысы--йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, һөнәр һайлау буйынса дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, социаль ярҙам итеү. Министрлыҡ та ошо курстан барасаҡ. Реформаға ҙур өмөттәр бағлана: беренсенән, социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе йәштәргә булышлыҡ итеүҙән дә тора, икенсенән, кадрҙар потенциалын нығытыуҙа йәштәр ҙур роль уйнай, өсөнсөнән, тап йәштәрҙе идара процестарына йәлеп итеү республикабыҙҙа ыңғай үҙгәрештәргә этәрәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров март башында уҙғарған оператив кәңәшмәлә: -Йәштәр менән эшләү--беҙҙең төп бурысыбыҙ. Беҙ ҡасан да булһа биләгән вазифаларҙы ҡалдырасаҡбыҙ, беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Уларҙың дәүләткә, шәхескә, тормошҡа ҡарата дөрөҫ юлы, айыҡ аҡылы булырға тейеш,--тип билдәләне.

Шуныһы ла бар: бөгөн йәштәр мөхите психологик яҡлауға, менталь һаулыҡты һаҡлауға булышлыҡ итеүгә мохтаж. Был тышҡы йоғонтоға, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәг лә бәйле. Башҡортостанда был йәһәттән заманса психодиагностикалау ҡорамалдар менән йыһазландырылған Йәштәр социаль-психологик үҙәге һәм филиалдары системалы рәүештә эшләп килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик ярҙам күрһәтеү ҙә--өҫтөнлөклө йүнәлеш.

Әйткәндәй

Башҡортостанда ирекмәнлек (волонтерлыҡ) хәрәкәте бик көслө. Был күрһәткес буйынса ла беҙ Рәсәйҙә алдынғы урынды биләйбеҙ. Республикала Ирекмәнлекте үҫтереү буйынса ресурс үҙәге лә эшләй. Ул Ирекмәнлек хәрәкәтенә һәм йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү республика үҙәге базаһында урынлашҡан. Бынан тыш, 24 «Добро.Центр» ижтимағи үҫеш үҙәге бар. Былтырғы йомғаҡтар буйынса беҙҙә 3700 волонтерлыҡ ойошмаһы булған. Унда ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Ирекмәнлекте үҫтереүгә «Изге эштәр төбәге» төбәк практикаһын ғәмәлгә ашырыу ҙа булышлыҡ иткән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән 5, 77 миллион һум аҡсаға волонтер-остаздар ҙа әҙерләнгән.

Башҡортостан--Рәсәй Федерацияһының иң йәш төбәктәренең береһе. Беҙҙә 1,057 миллион йәш кеше бар. Был дөйөм халыҡтың 26 проценты. Был күрһәткес менән Волга буйы федераль округында--беренсе, Рәсәйҙә етенсе урындабыҙ.

Былтыр йәштәр проекттары (143 проект) 78 миллион һум грант (Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың форум компанияһы йомғаҡтары буйынса) отҡан. Был күрһәткес менән Волга буйы федераль округында--икенсе, Рәсәйҙә бишенсе урындабыҙ.

2024 йылда республикала «Йәшлек төбәге» йәштәр учреждениеларын ремонтлау программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итте. Өфө, Күмертау, Ағиҙел ҡалаларында, Краснокама һәм Хәйбулла райондарында яңы йәштәр биләмәләре барлыҡҡа килде.

Башҡортостан йәштәре «Берҙәмлек-единство» проектында ла әүҙем ҡатнаша. Ул милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға, күп милләтле дәүләт ҡиммәттәрен танытыуға йүнәлтелгән.

-Дәүләт комитетын министрлыҡҡа үҙгәртеүгә шатбыҙ. Сибай йәштәре әүҙем, дәртле, яңылыҡҡа ынтылыусан, идеялы, иң мөһиме рухлы булыуы менән башҡаларҙан айырыла. Йәштәр өсөн ҡалала күп эшләнә. Айырыуса башҡорт йәштәрен берләштереүгә, дөрөҫ юл күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының мин етәкләгән йәштәр комитеты эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына эйә булды,--тине Сибай балалар ижады үҙәге рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы йәмәғәт йәштәр палатаһы ағзаһы Фәрүәз Рафиҡов.

Фәрүәз Фәрит улының һүҙҙәрен «Тиҫтер» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы берекмәһе директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Лена Мөхәмәтова ла ҡеүәтләне.

– Минең был клуб директоры булып эшләүемә быйыл һигеҙ йыл. Беҙҙең ойошма күп йүнәлештә эшләй. Һәләттәрҙе үҫтереү, спорт, ирекмәнлек йүнәлештәре. Айырыуса, ирекмәнлеккә ныҡ иғтибар бүләбеҙ. Белеүегеҙсә, һуңғы йылдар беҙгә төрлө һынау менән килде. Яңы коронавирус пандемияһында, мәҫәлән, оло йәштәгеләргә ярҙам ойошторолдо. Тәбиғәт янғындары эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштыҡ, янғындарҙа зыян күреүселәргә лә ярҙам итәбеҙ. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамды өҫтөнлөклө эшебеҙ тип билдәләнек.

Республиканың йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты менән бик тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Комитет белгестәре беҙгә методик ярҙам да күрһәтә, саралар ойоштороша, килеп ҡатнаша, хәлебеҙҙе белә. Яңыраҡ КВН булды, «Берҙәмлек» йәштәр программаһы буйынса автор йыры конкурсын үткәрҙек. Грант алыуҙа ла булышлыҡ итәләр.

Дәүләт комитеты министрлыҡҡа үҙгәртелеүенә шатландыҡ. Сөнки министрлыҡтың мөмкинлектәре киң. Киләсәктә йәштәргә тағы ла нығыраҡ иғтибар булырына, бергә тырышып эшләүебеҙгә, үрҙәр яулауыбыҙға ышанам.

Гөлдәр Ҡадаева.

Оло маҡсаттар менән - алға!
Оло маҡсаттар менән - алға!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас