Милли проекттар
17 Марта 2025, 08:40

Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Өфө фән һәт технологиялар университеты Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары, иҡтисади фәндәр кандидаты Ғәзинур Марат улы Насыров яңы төҙөлгән дәүләт комитеты юғары уҡыу йорттары, фәнни-тикшеренеү институты һәм сәнәғәт предприятиелары менән өс яҡлы килешеү төҙөү платформаһына әүерелеренә ышана. -Дәүләт комитетының төп маҡсаты – фән һәм технологияларға таянып республикабыҙ иҡтисадын үҫтереү, яңы технологик ҡарарҙар сығарыу өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Фән һәм технологиялар үҫеше нигеҙендә төбәгебеҙ интеллектуаль лидерлығын һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ илдең һәләтле йәштәрен үҙенә тартып тороу үҙәге булырға тейеш,--тине Ғәзинур Насыров.

Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылдыБашҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды
Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

 

Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәлә тейешле указға ҡул ҡуйыу тураһында белдерҙе.

 — Беҙ иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереү тураһында әйтә килдек, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Беҙгә шуның өсөн яуаплы булған үҙаллы орган кәрәк. Эш күләме ҙур. 15 мартта беҙҙең юғары уҡыу йорттарының «Өҫтөнлөк 2030»-ға өс заявкаһын яҡлау була, был ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес бирә, һәйбәт федераль финанслау. Беҙҙә кампустың икенсе сираты төҙөлә, Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй. Ул фән ҡаҙаныштарын бер урынға туплап, производствоға һәм бизнесҡа индереү үҙәге булып тора.

Дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһына кандидатура бар, ләкин Радий Хәбиров был турала һуңыраҡ хәбәр итергә вәғәҙәләне.

Өфө фән һәт технологиялар университеты Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары, иҡтисади фәндәр кандидаты Ғәзинур Марат улы Насыров яңы төҙөлгән дәүләт комитеты юғары уҡыу йорттары, фәнни-тикшеренеү институты һәм сәнәғәт предприятиелары менән өс яҡлы килешеү төҙөү платформаһына әүерелеренә ышана.

-Дәүләт комитетының төп маҡсаты – фән һәм технологияларға таянып республикабыҙ иҡтисадын үҫтереү, яңы технологик ҡарарҙар сығарыу өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Фән һәм технологиялар үҫеше нигеҙендә төбәгебеҙ интеллектуаль лидерлығын һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ илдең һәләтле йәштәрен үҙенә тартып тороу үҙәге булырға тейеш,--тине Ғәзинур Насыров.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас