Республикабыҙ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында алдынғы
2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа беренсе урында.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрыАйрат Рәхмәтуллин 2024 йылда төбәктә 135 модулле ФАП һәм амбулатория төҙөлөүен, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараты һатып алыныуын белдерҙе. Был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр. 9 медицина объекты капиталь ремонтланған, Кушнаренкола поликлиника төҙөлә. Медицина кадрҙары менән тәьмин итеү яҡшыра, республиканың медицина учреждениеларында 55,38 мең хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 16 177 табип һәм 39 203 шәфҡәт туташы һәм фельдшерҙар. Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүҙә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары ярҙам итә. Былтыр улар буйынса 279 кеше дөйөм суммаһы 280 миллион һумға түләү алған. Башҡортостан «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 субъекты иҫәбенә инә.
2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү « Оҙайлы һәм әүҙем тормош» һәм «Ғаилә» яңы милли проекты буйынса дауам итәсәк. «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү планлаштырыла. Тағы ла һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы райондарҙа асыласаҡ. Был маҡсатҡа 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу планлаштырыла. Шулай уҡ, ағымдағы йылда алты поликлиника төҙөлөшөн тамамларға, 9 бинаны ремонтларға, 134 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһын ҡороу һәм 99 берәмек санитар автотранспорт һатып алырға кәрәк.
-Һуңғы йылдарҙа Сибай үҙәк дауаханаһында ла «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы ҙур эштәр атҡарылды: бала табыу йорто бинаһына, балалар поликлиникаһына ремонт уҙғарылды, заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылды,--ти үҙәк дауахананың прфком рәйесе, йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Басир Шәрипов.
Уның һүҙҙәрен Сибай үҙәк дауаханаһы балалар поликлиникаһының процедуралар кабинеты шәфҡәт туташы Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Рәсүлева лә ҡеүәтләне.
-Ысынлап та, балалар поликникаһында йөҙөп йөрөп эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар: табиптарҙың ҡабул итеү бүлмәләре яҡты, йылы, коридорҙар сағыу, уйын майҙансыҡтары йыһазландырылды. Беҙҙең процедура кабинеты алдындағы ял биләмәһен бәләкәстәр бик оҡшата. Бәләкәй генә кресло, дивандар ултырыу өсөн бик уңайлы, телевизорҙан төрлө йәнһүрәттәр күрһәтелә.
Ата-әсәләр ҙә балалар поликликаһының, процедура кабинетының эшенән ҡәнәғәт.
-Беҙ процедура кабинеты шәфҡәт туташы Зәлифә Рәсүлеваға күҙ төбәп киләбеҙ. Улбәләкәстәргә уколды оҫта һала. Шприцтан ҡурҡҡан балаларға һәр яҡлап яйын табырға, уколды ауырттырмай ғына һалырға тырыша. Уға шәфҡәт туташы ғына түгел, педагог та, психолог та булырға тура килә. Әлбиттә, баланы ата-әсә дауаханаға әҙерләп алып килергә тейеш. Прививка яһайҙар, йә булмаһа укол һалалар, был һинең сәләмәтлегең өсөн кәрәк. Дауаланыу һөҙөмтә бирһен өсөн шулай эшләнә, тип алдан баланы әҙерләү ыңғай һөҙөмтә бирә, - ти рәхмәтле әсә Лилиә Рәхимова.
Коллегалары ла оҙаҡ йылдар медицина хеҙмәтенә тоғро ҡалған Зәлифә Сирғәле ҡыҙын ихтирам ята. Уның менән эшләүе еңел дә, рәхәт тә булыуын белдерә. Уның ҡулынан бер тапҡыр укол яһатҡан балалар уға ышанып килә, ауырттырмаҫын, яғымлы, йыуатыр һүҙ табырын да белә.
Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. Сибай медицина училищеһында шәфҡәт туташы һөнәре үҙләштергән.