Бөтә яңылыҡтар

Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр

Сибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһында урынлашҡан 5-се мәктәбенә 1953 йылда нигеҙ һалынған. 1985 йылда таусылар төйәгендә яңы мәктәп төҙөлә. 2021 йылдың авгусында «Мәғариф» милли проектының «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль прораммаһына ярашлы, мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалды: белем усағының ҡыйығы, инженер селтәрҙәре алмаштырылды, бинаның эсе тулыһынса яңыртылды, заманса ҡорамалдар ҡайтарылды. —Ремонт эштәренә федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленде. Икенсе йыл инде уҡыусылар тулыһынса яңыртылған мәктәптә тырышып белем ала. Ата-әсәләр балаларының яҡты, йылы, күркәм кабинеттарҙа уҡыуына ҡыуанһа, педагогтар эшмәкәрлек алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуға һөйөнә,—ти 5-се мәктәп директоры Татьяна Кузьмина.Ҡалала тәүгеләрҙән булып кадет кластары асҡан 5-се мәктәптә уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә һәр ваҡыт айырым иғтибар бүленә. Махсус хәрби операция барған йылдарҙа был юҫыҡтағы эшмәкәрлекте тағы ла көсәйткәндәр. Белем усағының Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы Салауат Рәшит улы Иҙрисов уҡыусыларҙа патриотик рух, ныҡышмаллыҡ, ҡыйыулыҡ тәрбиәләй. Хәрби кеше булараҡ, өлөшләтә мобилизацияға ла эләгә.

Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр
Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр


—2022 йылда махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләгем менән алғы һыҙыҡҡа барырға теләк белдерҙем. Әммә 54 йәшлектәрҙе алмайбыҙ тинеләр. Йәш кенә егеттәр ил һағына баҫҡанда мин сыҙап ята алманым, әлбиттә,—ти Салауат Рәшит улы.
Салауат Иҙрисов хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы Рәшит Хәйҙәр улы отставкалағы полковник. Салауат Иҙрисов Алма-Ата ҡалаһындағы И.С.Конев исемендәге юғары дөйөм ғәскәрҙәр команда училищеһын тамамлаған. Баку ла хеҙмәт иткән. 25 йылдан ашыу ғүмерен балаларға башланғыс хәрби әҙерлек, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәренән һабаҡ биргән.
Махсус хәрби операцияла офицер дәрәжәһендә ҡатнашҡан, уның ҡулы аҫтында йөҙләп һалдат булған. Яуҙа яраланып, 2024 йылдың ноябрендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан.
Декабрҙә үк кире мәктәптә эш башлаған. Уның махсус хәрби операциянан ҡайтыуын әсәһе Рәсимә Исмәғзәм ҡыҙы, атаһы, ҡатыны Гөлназ, өс балаһы түҙемһеҙлек менән көткән.
Иҙрисовтарҙың хәрби нәҫелен дауам итеп уртансы улдары Айҙар Санкт-Петербургтың хәрби-медицина академияһында уҡып йөрөй. Киләсәктә хәрби табип буласаҡ.
Салауат Рәшит улы үҙе махсус хәрби операцияла булғанда мәктәп биләмәһендәге ҡаршылыҡтар һыҙатын һаҡлап ҡалыуы етәкселеккә рәхмәт белдерә.
—Ысынбарлыҡ мәктәптәрҙе, уҡыу йорттарын спорттың янғын-ғәмәли төрҙәре буйынса практик күнекмәләр уҙғарыу өсөн йыһазландырылырға тейешлеген күрһәтте,—ти уҡытыусы.—Шуныһы ҡыуаныслы: Республика Башлығы Р.Хәбиров быйыл Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм хеҙмәт дәрестәре уҙғарылған кабинеттарҙы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы модернизацияларға ҡушты. Был өлкәгә 203,5 миллион һум аҡса бүленәсәген да белдерҙе. Яңыртыу, йыһазландырыу эштәрен был предметтарҙан башлау дөрөҫ, сөнки тап ошо кабинеттарҙа уҡыусылар Тыуған илде яратырға, яҡларға һәм һаҡларға, уның ҡеүәтен арттырыу, именлеген тәьмин итеү өсөн хеҙмәткә өйрәнә.
Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресендә балалар шулай уҡ стройға әҙерлеккә, карта менән эш итергә, урынды билдәләргә өйрәнә. Илебеҙҙең хәрби-техник потенциалы, Рәсәй яугирҙәренең батырлыҡтары тура-һында тарихи факттарҙы барлай. Ҡорал менән эш итеү өсөн Калашников автоматы, Макаров пистолеты, ҡул гранаталары макеттары, противогаздар, респираторҙар, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнеү өсөн тренажер-манекендарҙың уҡыу кабинетында булыуы мотлаҡ.
—Таусылар ҡасабаһындағы 5-се мәктәп элек-электән кадеттар әҙерләүе менән дан тота. Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡалала уҙғарылған хәрби парадта 5-се мәктәп кадеттары тигеҙ сафҡа теҙелеп үтеүе гел ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Әлеге мәлдә патриотик йүнәлеште үҫтереү бик мөһим.
Киләсәктә Тыуған илен, ерен яратҡан йәштәр юғары вазифалар биләп, илебеҙ именлеген нығытыр тип ышанам,— тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов.
Гөлдәр Ҡадаева.

Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр
Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр
Яңыртылған мәктәптә яңыса эшләйҙәр
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: