Милли проекттар
4 Март 2025, 03:35

Игеҙ ҡыҙҙар тыуҙы!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә икеләтә ҡыуаныслы хәл – бында быйылғы тәүге игеҙәктәр тыуыуы хаҡында акт теркәлде. Антон Андреевич һәм Светлана Николаевна Кулешовтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп Николь һәм Варвара исемле сабыйҙары тыуған. Һеңлеләренең яҡты донъяға ауыз һалыуын София апайҙары түҙемһеҙлек менән көткән.

Игеҙ ҡыҙҙар тыуҙы!Игеҙ ҡыҙҙар тыуҙы!
Игеҙ ҡыҙҙар тыуҙы!

-Тоҡомобоҙҙа игеҙәктәр күп. Хатта бер юлы өс сабыйҙары тыуғандар туғандарыбыҙ ҙа бар. Шуға күрә, игеҙәктәр тыуыуы беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булманы,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты күп балалы ғаилә башлығы Антон Андреевич.

Ҡалала демографик хәлде үҫтереүгә, яҡшыртыуға тос өлөш индергән Кулешовтарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатының иҫтәлекле бүләге тапшырылды.

Ҡаланың граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева белдереүенсә, йыл уңышлы башланған: тыуым бар, йәштәр өйләнешә, бүлек өҙлөкһөҙ халыҡты ҡабул итә. Әйткәндәй, ЗАГС бүлеге бөтә эшмәкерлеген “Демография” милли проектына ярашлы алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас