АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Март 2025, 09:30

Дауаханаға яңы машина бирелде

Йылайыр үҙәк дауаханаһы автопаркы LADA Granta Лифтбек автомобиле менән тулыландырылды. Быйылдан медицина учреждениеларын автомобилдәр менән тәьмин итеү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһы маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Дауаханаға яңы машина бирелдеДауаханаға яңы машина бирелде
Дауаханаға яңы машина бирелде

Йылайыр дауаханаһының автопаркы яңы автомобиль менән тулыландырылды.

 

Йылайыр үҙәк дауаханаһы автопаркы LADA Granta Лифтбек автомобиле менән тулыландырылды. Быйылдан медицина учреждениеларын автомобилдәр менән тәьмин итеү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһы маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Автомобиль дауаханаға ашығыс һәм планлы шылтыратыуҙарҙы хеҙмәтләндереү, дарыуҙар килтереү һәм биологик материалдар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Рәсәйҙә етештерелгән был күп функциялы машинаның багажнигы ятҡан ауырыуҙы ташыу өсөн йыйылмалы ташығыстар, салон эсе трансформациялы ҡабул итеү ҡоролмаһы  менән йыһазландырылған.

Автопаркты арттырыу беҙгә логистик процесстарҙы оптималләштерергә һәм табиптарҙың пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн килеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, -тип билдәләй Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты 2025 йылдың 1 ғинуарынан старт алды. Был Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас