+24 °С
Ямғыр
Проектҡа ярашлы, яңы ер аҫты һыу үткәргесе үҙ эсенә бактерицидлы система павильонын, һыу баҫымы башняһын һәм икенсе күтәрелешле насос станцияһын, шулай уҡ ауыл урамдарына, инештән ауылға ҡәҙәр бөтәһе 23 саҡрым оҙонлоҡта һыу үткәргес һуҙыуҙы ала.
Ауыл урамдары араһында һалынасаҡ 7 саҡрым һыу үткәргестең бөгөнгө көндә 2,5 саҡырымына һыу селтәре һуҙылған да инде.
Подрядсы ойошмаһы эшселәре контрактҡа ярашлы 2025 йылдың йәй аҙағына ҡәҙәр иңенә алған бурысты тулыһынса үтәү йөкләмәһе алған.