Ҡалала шулай уҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы эштәр алып барыла. 2024 йылда бер нисә ихата проектта ҡатнашты.
Быйыл йәғни 2025 йылда ла ҡалала төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Иң беренсе нәүбәттә “Труд” стадионы биләмәһен төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы старт аласаҡ.
Сибайҙар стадиондың үҙгәрешен хуплай һәм уның тағы ла күркәм төҫ алыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, стадиондың уртаһын был программа аша төҙөкләндереп булмай.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектына ярашлы тауыш биреү һөҙөмтәһендә ҡаланың тағы бер яңы биләмәһе төҙөкләндереү өсөн һайлап алынды.
Яңы биләмәне төҙөкләндереүгә быйыл тотонасаҡтар. Башҡа проекттар кеүек уны рәткә килтереү ҙә бер нисә этапта башҡарыласаҡ.
Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашып, үҙ ихаталарын матурлап ала ала.
Быйыл ҡалабыҙ 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беҙҙең бурыс – булғанды һаҡлау һәм ҡалабыҙҙы йөҙөн тағы ла матурайтыу. Сөнки Сибай – ул беҙҙең дөйөм йорт.