+30 °С
Болотло
Белорет юлының бер өлөшөндә мобиль элемтә булдырылды. Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырылды. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр милли проект буйынса башҡарылған. Элек бында элемтә булманы. Хәҙер Терекле, Ҡурғаш, Күлтабан, Ҡолмас, Уҫаҡлы ауылдары халҡы мобиль телефон ҡуллана ала.
Киләсәктә "Цифрлы иҡтисад" милли проектына ярашлы Инйәр-Белорет араһында 5 элемтә станцияһы урынлаштырыу планлаштырыла.